Аҙна яңылыҡтары. Халыҡ банкты яулай башланы 11.02.2017

Ҡыҙыҡ инде беҙҙең халыҡ. Артына килеп терәлмәйенсә, ҡыбырларға  күнекмәгән. Дәүләт яҡшы ғына ярҙам тәҡдим итә, ә беҙҙең халыҡ уны файҙаланып ҡалырға ашыҡмай. Программа ваҡыты ахырына яҡынлашҡас йүгерәңләргә, кемделер һүгергә, ғәйепләргә, бәлә һалырға тотона. Был юлы ла. Бер аҙна ҡалғайны халыҡ банкты яулай башланы. Баҡтиһәң, 2015 йылда эшләй башлаған "Ауыр финанс хәлдә ҡалыусыларға торлаҡ кредиты буйынса ярҙам күрһәтеү" федераль программаһы тамамланып килә икән.

Льготаға дәғүә итеү өсөн документтарҙы тапшырып өлгөрөргә кәрәк. Әгәр быға тиклем бер ай эсендә йөҙ тирәһе генә кеше мөрәжәғәт итһә, һуңғы аҙнала көнөнә шул сама халыҡ килгән. Нимәһе ғәжәп, күптәр  был программа тураһында белмәй ҙә икән. Ул арала был мөмкинлекте  оҙайтыу тураһында һүҙ алып барыла. Әгәр шулай була ҡалһа, дәүләт ярҙамына  кемдәр дәғүә итә ала? Һуңғы көнгә тиклем һуҙмаҫ өсөн ниндәй шарттарҙы үтәргә кәрәк?
7 февраль, киске сәғәт  бишенсе ярты. Эш көнө тамамланып бара, ә Һаҡлыҡ банкында һыу буйы сират. Халыҡ   ипотека түләүҙәрен кәметергә документ  тапшыра. Иртән сиратҡа баҫҡан йөҙ кешенең ни бары һигеҙе генә маҡсатына ирешә алған.

Сиратта тороусыларҙың күбеһе - йәш парҙар. Уларҙы өйҙәрендә сабыйҙары көтә. Әйткәндәй, программала ҡатнашыу өсөн  ғаиләлә кәм тигәндә бәлиғ булмаған бала булыуы мотлаҡ. Бынан тыш, улар үҙҙәренең   ауыр финанс хәлдә ҡалғанлығын иҫбатларға тейеш.  Опекундар, хәрби бәрелештәрҙә ҡатнашыусылар, инвалидтар һәм инвалид бала тәрбиәләүселәр өсөн дә был программа бурыс һаҙлығынан ҡотолоу сараһы.

Кредит алыусы банк менән кәңәш итеп  ярҙам алыу формаһын һайлай ала. Билдәләнгән сумма бурысты бер тапҡыр ҡаплауға, йә  айлыҡ түләүҙәрҙең күләмен кәметеүгә йүнәлтелеүе мөмкин. Тик ни өсөндөр халыҡ дәүләт ярҙамы хаҡында программаның һуңғы көндәрендә иҫенә төшөрә.  2015 йылдан алып эшләүгә ҡарамаҫтан, унда ҡатнашырға теләүселәр бик аҙ булған. Һаҡлыҡ банкы етәкселеге әйтеүенсә, әле ғинуарҙа ғына документ тапшырырға теләүселәр 160-лап булһа, февралдә  көнөнә шул сама кеше банкҡа килә. Халыҡты ҡабул итеү финанс ойошманың республикалағы  егерме филиалында ойошторола, Өфөлә тик бер генә бүлексә эшләүе - оҙон сират барлыҡҡа килеүенә сәбәпсе була.  

1 мартҡа тиклем дауам иткән программаны тормошҡа ашырыуға федераль бюджеттан 4 миллиард ярым һум аҡса бүленә, 1 февралгә ҡарата булған мәғлүмәттәр буйынса был сумманың яртыһы тиерлек әлегәсә тотонолмаған. Тик был аҙнала ипотека түләүҙәрен кәметергә теләүселәр бәхетле исемлеккә эләгер өсөн документтарын тапшырып өлгөргә тейеш ине.

Әгәр ил Хөкүмәте был ҡарарға ҡул ҡуйһа, сират аша һикереп, һуңғы көндәрҙә документтарын йыйып өлгөрмәүселәр өсөн оло шатлыҡ булыр ине. Федераль программала дәүләт ҡатнашлығында эшләгән барлыҡ ҙур банктар ҙа ҡатнаша. Торлаҡ баҙарында эшләүселәр бындай финанс ярҙам мотлаҡ булырға тейеш тигән ҡарашта. Илдә иҡтисади көрсөк булыуға ҡарамаҫтан, ипотекаға инеүселәр кәмемәй.

Федераль программа оҙайтылған хәлдә йәш ғаиләләргә, аҙ тәьмин ителгәндәргә тын алыуы ла еңелерәк булыр ине. Ләкин ҡарар сығарылһа ла, халыҡтың банкҡа ашығыуы икеле. Документ тапшырыуҙы һуңғы көнгәсә һуҙыусылар барыбер буласаҡ.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика