Аҙна яңылыҡтары. Хәләл туризм

Аҙна яңылыҡтары. Хәләл туризм 11.02.2017

Этно, эко, агро һәм ниһайәт, Хәләл. Башҡортостанда туризм өлкәһендә яңы йүнәлеш барлыҡҡа килде. Операторҙар диндарҙарға ниндәй хеҙмәт тәҡдим итә һәм башҡа  маршруттарҙан хәләл  нимәһе менән айырыла?

ӨФө ҡалаһында йәшәүсе  Асия Мансурова сит илдәр гиҙергә, яңы ҡитғаларҙа булырға бик ярата. Әммә ислам диненә мөкиббән бирелгән   диндар ханым теге йәки был илгә сәйәхәт барышында уңайһыҙлыҡтар менән осраша. Тәртип, иманға таянып йәшәүе кешегә шау-шыулы һәм спиртлы эсемлектәр тәҡдим итеүсе ял йорттары, ярым -шәрә йөрөүсе туристар менән бергә ял итеүе бик уңайһыҙлыҡтар тыуҙыра. Интернет киңлектәренән ул һәр ваҡыт хәләл турҙарҙы әҙләй.

Рәсәй диндарҙары өсөн нисек итеп хәләл ял ойоштороу хаҡында борсолаһы юҡ. Ислам динен тотоусылар өсөн тәүге тапҡыр махсус хәләл тур ойоштороласаҡ.Бөрйән районында ла  хәләл турҙы  ҡабул итергә мөмкилектәр етәрлек. Заманса  ҡунаҡхана  комплексы  тәүлегәнә 150 туристы ҡабул итә ала.  Унда  диндарҙарҙы ҡабул итеү өсөн нидәй шарттар  тәҡдим ителә һуң? Әлегә   ир-егеттәр өсөн  айырым ғибәҙәтхана бүлмәһе бар. Яҡын киләсәктә ҡатын-ҡыҙҙар өсөн дә айырым намаҙ   бүлмәһе ҡороласаҡ. Һәр бер номерҙың  йыуыныу бүлмәһендә ҡомғандар булыуы төп шарт  . Эске биҙәлеште лә ислам атрибутикаһы һәм төҫтәре менән үҙгәртергә ниәттәре.

Ислам динен тотоусылар өсөн төп шарт тәҡдим ителгән ризыҡтарҙың хәхәл булыуы. Тик хәләл  иттән ҡуллама,өлөштәр, ҡаҙыҡлыҡ  тәҡдим ителә. Һәр ерҙә бөхтәлек, тәртип, ашнаҡсыларҙың  тыйнаҡ кейемдә булыуы  һәм эштәрен  бисмилланан башлауы төп шарт булып тора.

Башҡортостанда йәшел турҙы үҫтереү өсөн бөтә шарттар ҙа бар. Бронғо ғибәҙәтхана булған Шүлгәнташ мәмерйәһе, Көнъяҡ Уралда 14- 15 быуаттарҙа төҙөлгән ислам архитектураһы ҡомартҡылары Бәндәбикә, Турахан, Хөсәйенбәк кәшәнәләре.Йәшел турҙы  һайлаусы туристар шулай уҡ Урал батыр, Бабсаҡ бей тарихы менән таныша аласаҡ , Учалы районының изге урындарына сәйәхәт итәсәк. Ике аҙналыҡ тур барышында диндарҙарға  Күгәрсен, Көйөргәҙе,Дәүләкән һәм Шишмә райондарында урынлашҡан ислам диненең изге урындарын да  зыярат ҡылыу мөмкинлеге булдырыласаҡ. Диндарҙар сәйәхәте уңайлы һәм уңышлы булһын өсөн төп шарт маршрут үткән туҡталҡаларҙа тәһәрәтханалар менән тәъмин итеү  һәм хәләл туҡланыу индустрияһын  үҫтереү .

Сәфәр программаһының 30 проценты мосолмандар өсөн тәғәйенләнгән. Тағы бер өлөшө христиандарҙың изге урындары буйынса. Маршрутта тәбиғәт ҡосағында ял итеү ҙә урын алған.  Белгестәр фекеренсә, был яңылыҡ Рәсәйҙең туризм өлкәһе өсөн бик үҙенсәлекле һәм көтөп алынған. Әле үк был маршрутты үҙләштерергә һәм ҡулланырға теләүсе туроператорҙар бар.

Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса төбәк комитеты тәҡдим иткән 12 тур эсендә "Йәшел тур" мөһим урын алып тора. ӨФө ҡалаһынан тыш дүрт районды берләштергән маршрутҡа әлеге ваҡытта сертификаттар әҙерләнә. Бөрйәндәр был турҙа ҡатнашырға әҙер тиергә була.

Гүзәл Борханова

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика