Аҙна яңылыҡтары. Дайджест

Аҙна яңылыҡтары. Дайджест 20.11.2016

Өфөлә йәшәүсе Дмитрий Шишак Бөрйән районы Үрге Нөгөш ауылының балта менән мәктәпкә йөрөүсе уҡыусыларын Кремль шыршыһына ебәреү тәҡдимен күтәреп сыҡҡан. Интернетта ул петиция булдырған. 200 ҡултамға йыйылһа хатты ул  ил Президентына ебәрергә уйлай. Шулай уҡ был аҙнала Өфөлә билдәле шәхестәр төпкөл ауыл  балаларына теләктәшлек күрһәтеп балта менән флеш-моб ойошторҙо.

Дәүләт Думаһы депутаттары өсөнсө уҡыуҙа спиртлы эсемлектәргә, табакҡа һәм дизель яғыулығына акциздарҙы күтәреү тураһында закон ҡабул итте. Был үҙ сиратында киләһе йылдан исемлеккә ингән барлыҡ төр продукцияларға хаҡтың артыуына килтерәсәк. Акциздарҙың күтәрелеүе һыра менән электрон тәмәкегә лә ҡағыла. Ә бына составында спирт булмаған һыра элеккесә акцизһыҙ тауарҙар исемлегендә ҡала.  

ХХХ
Өфө ҡалаһы советы депутаттары күсемһеҙ милеккә һалымдың ставкаһын күтәрергә уйлай. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, һалым хәҙер милектең кадастр хаҡына ҡарап билдәләнәсәк. Ул инвентарь хаҡтан күпкә юғары. Һалым ставкаһы күтәрелеү менән һалым тағы ла арта. Ләкин айырманы ҙур фатирҙарҙа  йәшәүселәр генә  һиҙәсәк, ти депутаттар.

ХХХ
Баш ҡалала «Аэроэкспресс» төҙөргә иҫәп тоталар. Проект тормошҡа ашһа,  аэропортҡа барыу ваҡыты күпкә ҡыҫҡара. Тимер юлын Өфөнөң һауа ҡапҡаларынан Өршәк станцияһына тиклем һуҙмаҡсылар.

ХХХ
Благовещенда операция яһаусы хирургтың яраһына ВИЧ менән сирләүсе пациенттың ҡаны эләккән. Прокуратура тикшереүенән һуң табиптарҙың һаҡланыу саралары булмауы асыҡлана. Медицина учреждение етәкселегенә штраф һалынған. ВИЧ енси юл һәм ҡан аша йоға.

ХХХ
Баш ҡалала «Йылмайыу операцияһы» үтте. Аҙна буйы Рәсәйҙең һәм сит  илдәрҙең алдынғы белгестәре ирен-аңҡау кәмселеге менән тыуған балаларға бушлай операция яһаны.  Хирургтар илленән ашыу балаға йылмайыу бүләк итте. 95-се йылдан алып ойошторолоп килгән акцияла илдең егерме ҡалаһында дүрт меңгә яҡын балаға операция эшләнгән.

ХХХ
«Оҙон көй» төбәк-ара башҡорт йырҙарын башҡарыусылар конкурсында Гран-приҙы Юнир Һағынбаев яуланы. Туймазы ҡалаһында өс көн дауамында барған йыр бәйгеһендә быйыл республика район-ҡалаларынан тыш, Татарстан, Һарытау, Силәбе өлкәләренән, Санкт-Петербургтан һәм Ҡаҙағстандан 6 йәштән 81 йәшкәсә ете тиҫтәләп йырсы ҡатнашты.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика