Аҙна яңылыҡтары. Дайджест 30.04.2017

Вьетнам инвесторҙары Башҡортостанда һөтсөлөк комплексы төҙөйәсәк. Дүшәмбе  сит ил вәкилдәре республика етәкселеге менән буласаҡ проектты, артабанғы хеҙмәттәшлек мөмкинлектәрен барланы. Вьетнам эшҡыуарҙарын тәү сиратта һөтсөлөк тармағы ҡыҙыҡһындыра. Улар 6 мең баш һыйыр малына иҫәпләнгән  комплекс төҙөргә иҫәп тота. Ҡура һәм һөт эшкәртеү заводы өсөн сит ил эшҡыуарҙары 220 миллион доллар тотонорға әҙер.

1 июлдән ваҡытлыса эшкә яраҡһыҙлыҡ бюллетене электрон форматта ғына биреләсәк. Депутаттар был туралағы законды икенсе уҡыуҙа ҡабул итте. Беренсенән, ул ялған больничныйҙарҙы сикләһә, икенсенән, электрон документ эш биреүселәргә лә, контролдә тотоусы органдарға ла асыҡ буласаҡ. Уны юллау өсөн дауаханаға барыу талап ителмәй. Әле илдә ауырыусыларҙың  ни бары 9 проценты ғына больничный ала. Ҡалғандары сирҙе аяҡ өҫтө эштә уҙғара.

ХХХ
Юл-патруль хеҙмәте инспекторҙарына ҡул радарҙары кире ҡайтарылды. Былтыр ришүәтселекте  сикләү макҡсатында  юл ҡағиҙәләрен теркәүсе ҡоролма ҡулланыу тыйылғакйны. Хәҙер уларҙы медорнизацияланылар. Йәғни, радар теркәгән мәғлүмәттәрҙе юйып, үҙгәртеп булмаясаҡ. Әле Башҡортостанға 28 ҡоролма файҙаланыуға тапшырылған да инде. Улар май байрамдарынан һуң ҡулланышҡа инә.

ХХХ
1 майҙан натураль ОСАГО  ғәмәлгә инә. Законға ярашлы, зыян күреүселәргә страховка компанияларынан аҡса түләнмәй.  Бының урынына улар автомобилен йүнәтә ала. Аҡсалата түләүҙәр ремонт хаҡы дүрт йөҙ меңдән ашһа, автомобилде ремонтлау мөмкин булмаһа һәм авария үлемесле булғанда ғына ҡаралған.

ХХХ
Башҡортостан халҡына  «Мир» картаһы таратыла башланы. Кесе йома  Өфөлә «Мир» системаһы буйынса эшләүсе Социаль картаның исем туйы үтте. Уның  менән  Рәсәйҙең теләһә ниндәй банкоматында түләүҙәр башҡарырға, тауар  һатып алғанда, транспортта юл  хаҡы өсөн иҫәпләшергә мөмкин.  Әле сауҙа-сервис предприятиеларындағы терминалдар 100, ә банкоматтарҙың 92 проценты Мир карталарын ҡабул итеүгә көйләнгән.

ХХХ
1 майҙан  балыҡ тотоу тыйыла. Халыҡҡа  ярҙан тороп бер ҡармаҡ менән генә ҡармаҡлау  рөхсәт ителә. Спининг, башҡа төр ҡорамалдар тыйыла. Браконьерҙарға ҙур штраф , хатта енәйәт эше ҡуҙғатыу ҡаралған. Балыҡ аулау тыйылған ваҡытта быйыл көсәйтелгән патруль эшләйәсәк. Бынантыш, быйыл браконьерҙарҙы пилотһыҙ осоусы аппараттар ярҙамында һауанан күҙәтеү ҙә ойошторола.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика