Аҙна яңылыҡтары. Дайджест 26.02.2017

Йыш ҡына эш урынында булмаған һәм төбәк халҡы менән бәйләнеш юғалтҡан сенаторҙарҙың мандатын тартып алыуҙары ихтимал. Был туралағы закон проекты Дәүләт Думаһына индерелде. Федерация советы ағзаларына  халыҡ мөрәжәғәттәрен ҡарау һәм улар менән даими осрашыуҙар уҙғарыу эшен закон менән нығытыу  юлдары ҡарала.

Дәүләт компаниялары Рәсәйҙә етештерелгән компьютер программаларын ғына ҡулланырға тейеш. Был турала ил хөкүмәте рәйесе  белдерҙе. Дмитрий Медведев фекеренсә, илебеҙҙә сифатлы программалар сығарыла, әммә ҡулланыусылар күптәнге ғәҙәт буйынса сит илдекенә өҫтөнлөк бирә.

ХХХ
Тарих фәне Берҙәм дәүләт имтихандарында мотлаҡ бирелә торған һынауҙар араһына индерелеүе ихтимал. Был турала илдең мәғариф министры Ольга Васильева белдерҙе. Ведомство етәксеһе үҙе лә һөнәре буйынса тарихсы һәм үткәндәрҙе белмәй тороп һәр яҡлап та камил шәхес тәрбиәләү мөмкин түгел, тигән фекерҙә.

ХХХ
Башҡортостанға илдең авто-мото ассоциацияһы вәкилдәре киләсәк. Ирекмәндәрҙең маҡсаты төбәктәге яғыулыҡ сифатын тикшереү. Йәмәғәт ойошмаһы был рейдтарҙы Себерҙән башлаған. Төбәктәр буйлап йөрөп улар яғыулыҡ ҡойоу станцияларында бензин менән солярка сифатын тикшерә. Өфөгә улар 12 мартта килеп етәсәк. Быға тиклемге тикшереүҙәр күрһәтеүенсә, яғыулыҡтың 40 проценты контрафакт һәм стандарттарға тап килмәй.

ХХХ
Өфө ҡала хакимиәте башлығы Ирек Ялалов  быйылғы ҡыштың ҡарлы килеүенә ҡыуаныуын белдерҙе. Сити-менеджер әйтеүенсә, һауа торошо кемдең ҡайҙа ҡар көрәргә тейеш икәнлеген белгертте. Һөҙөмтәлә ҡала юлдарҙы таҙартыуҙың норматив буйынса финанслау  системаһына күсергә ҡарар итте. Йәғни, кем нисек эшләй шул тиклем аҡса аласаҡ.

ХХХ
10 йылдан әлеге ҡыштар йәйге селлә кеүек тойлоуы ихтимал. Британия ғалимдары  яңы боҙ дәүере яҡынлашыуы тураһында иҫкәртә. Ҡояш әүҙемлегенә ҡоролған фараздарына нигеҙләнеп улар, 2022 йылдан һуң Ер шарында һауа температураһы әкренләп һыуына башлаясаҡ тип билдәләгән.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика