Аҙна яңылыҡтары. Дайджест 29.01.2017

Кушнаренко районының Илмырҙа күлендә Мәскәүҙән килгән турист  ҡыҙ 6 миллион һумлыҡ балдағын юғалтҡан. Ул дуҫтары менән күлдә керәшен һыуыҡтары ваҡытында һыу ингән. Ҡиммәтле йөҙөктө ике аквалангист төшөрөп тә эҙләтеп ҡарағандар, әммә ул табылмаған. Тимәк,  йәй көнө Илмырҙаға һыу инергә барыусылар  күп буласаҡ.
Ә хәҙер республика тормошонан  хәбәрҙәр ҡыҫҡаса.

Өфөнөң тимер юл вокзалы 2019 йылға тиклем мотлаҡ төҙөлөп бөтөргә тейеш. Юғиһә, был ремонт эштәре быуат төҙөлөшөнә әйләнеп бара. Төҙөкләндереү эштәре 2004 йылда уҡ башланды. Ләкин  яуаплылыҡ ике яҡта ла булыуы арҡаһында ул тотҡарлана килә. Артабан эштәр республика һәм тимер юлдары идаралығы араһында төҙөлгән килешеүгә ярашлы башҡарыласаҡ.

ХХХ
1 марттан бушлай хосусилаштырыу программаһы тамамлана. Күсемһеҙ милектәрен дәүләт теркәүенә ҡуймаусылар уны  һата, бүләк итә һәм мираҫҡа ҡалдыра алмаясаҡ. Дәүләт думаһы  илдә торлаҡты бушлай хосусилаштырыу ваҡытын оҙайтыу тураһында альтернатив закон проекттарын ҡарарға йыйына. Депутаттар   Ҡырымда  йәшәүселәр, шулай уҡ етем балалар һәм авария хәлендәге торлаҡтан күсерелергә тейешле граждандарға ваҡытты кисектереп торорға тәҡдим итә.

ХХХ
Киләһе аҙнанан сауҙа итеүселәр онлайн- кассаларға күсергә тейеш буласаҡ. Быға тиклем эшләгән  чеклы аппараттар менән 1 июлгә тиклем генә ҡулланырға мөмкин. Белгестәр  әйтеүенсә, был үҙгәреш эшҡыуарҙарға, һалым инспекцияһы хеҙмәткәрҙәренә ҡағыҙ эштәрен кәметә. Бынан ары һатып алыусылар ҡағыҙ чектарҙы һаҡламаһа ла була, сөнки мәғлүмәт электрон почтаға, йә смс хәбәр менән телефонға ебәрелә.

ХХХ
Башҡортостанда грипп эпидемияһы сигенә башланы. Вирустың иң көслө мәле артта ҡалды, тип белдерә белгестәр. Эпидемия 9-15 ғинуарға тура килде. Әле грипп менән ауырыусылар 8 процентҡа кәмегән. Сирләүселәрҙең күпселеге оло йәштәгеләр. Быйыл төбәктә бығаса таныш булмаған ГонгКонг штаммы йөрөй.

ХХХ
Иглин районындағы «Ташлы» ял базаһында бугель күтәргестең тросы өҙөлөү һөҙөмтәһендә ике ҡыҙ зыян күргән. Бейектән ҡолаған 21 һәм 22 йәшлек ҡыҙҙар төрлө тән йәрәхәттәре менән Өфө дауаханаһына оҙатылған. Уларҙың береһенең умыртҡа һөйәге һынған, икенсеһенең баш мейеһе һелкенгән.

ХХХ
Шәхси балалар баҡсаһы тәрбиәселәре ике йәшлек баланы лифтта онотоп ҡалдырып  Өфөнө тағы бер тотош илгә танытты.  Ике тәрбиәсе 8 бала менән саф һауала йөрөргә сыға. Кире ингәндә баҡса урынлашҡан фатирға лифтта күтәреләләр. Тәрбиәселәр ике йәшлек баланы лифтта онотоп ҡалдыра. Сабыйҙы бер аҙҙан һуң сығып алалар алыуын, әммә йәмғиәткә ҡуйыртырға һүҙ булды.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика