Аҙна яңылыҡтары. Дайджест

Аҙна яңылыҡтары. Дайджест 26.03.2017

Депутаттар төшкө ашҡа тәнәфесте ике сәғәткә тиклем оҙайтырға тәҡдим итә. Башланғыс авторҙары, һуңғы арала  сәйер тәҡдимдәре менән дан алған либерал демократтар. Әле «Хеҙмәт кодексы» буйынса, төшкө аш 30 минуттан алып 2 сәғәткә тиклем билдәләнгән. Шулай ҙа эш биреүсе уны үҙе билдәләй. Депутаттар уны мотлаҡ рәүештә ике сәғәт булырға тейеш тип иҫәпләй. Йәнәһе лә ашап алғандан һуң ял итеү халыҡтың сәләмәтлегенә ыңғай тәьҫир итә.  

Был аҙнала Рәсәй Советтар Союзы бурысының һуңғы өлөшөн түләп ҡуйыу тураһында килеште. 125 миллион доллар Боснияға күсереләсәк. Шулай итеп Рәсәй СССР өсөн булған тышҡы бурыстары менән тулыһынса иҫәпләште.

ХХХ
Ә бына Башҡортостанда бурыстар арта ғына. Халыҡтың транспорт һалымы буйынса бурыстары өс миллиард һумға яҡынлаша. Ошо сәбәпле суд приставтары рейдтар уҙғара. Бирәсәге артып киткәндәрҙең мөлкәте тартып алынып һатыуға сығарыла. Йыл башынан алып ҡына республикала 7 йөҙ миллион һумлыҡ мөлкәткә арест һалынған.

ХХХ
Башҡортостанда былтыр 5 миллиард һумға яҡын   ваҡытлыса эшкә яраҡһыҙлыҡ өсөн пособиеһы түләнгән.  Йәмғеһе  670 мең 378 больничный алынған. Пособиеның уртаса күләме ете мең һум тәшкил иткән. Социаль страховкалау фонды белгестәре ялған больничный ҡулланыуҙың 34 осрағын асыҡлаған.

ХХХ
Өфө балаларының каникулдары оҙайтылыуы ихтимал. Баш ҡала хакимиәте яҙғы ташҡын ваҡытында һыу баҫҡан урындарҙа йәшәүселәрҙе мәктәпкә йөрөүҙән азат итергә тәҡдим итә. Бер нисә дәресте ҡалдырыуҙың ҡурҡыныс юҡ, беҙгә балаларҙың хәүефһеҙлеге мөһимерәк, тине Ирек Ялалов.

ХХХ
Баш ҡалала йәшәүсе 26 йәшлек ҡыҙ илдең билдәле мебель компанияһына диван һынаусы булып эшкә урынлашты. Ул кәм тигәндә ун сәғәт төрлө ҡиәфәттә диванда ятырға тейеш. Ошо рәүешле мебелдең уңайлығын, сифатын һәм ныҡлығын тикшерәсәк. Бының өсөн уға 56 мең һум хеҙмәт хаҡы түләйәсәктәр. Әлеге эш урынына 5 меңдән ашыу кеше дәғүә иткән.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика