Аҙна яңылыҡтары. Дайджест 02.04.2017

Был аҙна юлдар асыҡлығы, тығындар күҙәтелмәүе менән иҫтә ҡалды. Баҡтиһәң, транспорт  хәрәкәтенең көсөргәнешле булыуы ҡар күплегенә түгел, ә уҡыусыларға бәйле икән. Каникул ата-әсәләргә лә иркенлек бирҙе. Улар иртә менән мәктәпкә түгел, тура эшкә юлланды.  Ил һәм республика тормошонан башҡа яңылыҡтар ҙа байтаҡ.

Рәсәй гипермаркеттары киске туғыҙға тиклем генә эшләйәсәк. Депутаттар ҙур магазиндарҙың эш ваҡытын сикләү тураһындағы закон проекты әҙерләй. Документҡа ярашлы, эш көндәрендә улар киске туғыҙға , шәмбе дүрткә тиклем генә эшләй аласаҡ. Йәкшәмбе бөтөнләй ябыҡ торорға тейеш буласаҡ. Тәүлек әйләнәһенә эшләүсе гипермаркеттар ҙа булмаясаҡ, ти закон проекты авторҙары. Был сикләү ваҡ кибеттәрҙең эшен йәнләндереү маҡсатында эшләнә.

ХХХ
Рәсәйҙә суррогат әсәлекте тыйырға уйлайҙар. Закон проекты авторы фекеренсә, суррогат әсәнең, ул тапҡан баланың һәм биологик ата-әсәләрҙең дә тейешле хоҡуҡтары  юҡ. Был процедура ла граждандар килешеүе нигеҙендә генә башҡарыла. Икенсенән, илдә  суррогатлыҡ туризмы көсәйә. Рәсәй ҡатын-ҡыҙҙарына бала табып биреүҙәрен һорап йышыраҡ сит ил кешеләре мөрәжәғәт итә.  Был юҫыҡтағы ҡануниәт камиллаштырылғансы суррогат әсәлекте тыйып тороу тәҡдим ителә.

ХХХ
Бөгөндән хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш башланды. Илдә 18 йәштән 27 йәшкә тиклемге 142 мең егет армия сафын тулыландырасаҡ. Былтыр был һан 155 мең булған. Башҡортостандан хәрби хеҙмәткә 5 мең 100  егет алынасаҡ. Табиптар әйтеүенсә, республикала һәр бишенсе ир-егет хәрби хеҙмәткә яраҡһыҙ тип табылған.

ХХХ
Мәктәптәрҙә «Заманса Рәсәй» дәресе индерелеүе ихтимал. Уҡытыу программаһы әҙер. Ул үҙ эсенә 20-се быуат аҙағы тарихын, йәмғиәтте өйрәнеү элементтарын һәм географияны аласаҡ.

ХХХ
Ғәҙәттән тыш хәл теркәлгән  йорттарҙа капиталь ремонт сиратһыҙ үткәреләсәк. Күп ҡатлы йорттарҙа капиталь ремонтты ойоштороуға үҙгәрештәр индереү буйынса закон проекты әҙерләнә.  Өҫтәмәләргә ярашлы, теге йәки был өйҙә техноген йәки тәбиғи характерҙарғы ғәҙәттән тыш хәл йәки авария килеп тыуғанда ремонт шунда уҡ үткәрелергә тейеш. Төҙөкләндереү  төбәк операторы иҫәбенә башҡарыла, элек аҡса ғәҙәттән тыш фондтан бүленә ине.

ХХХ
Водитель таныҡлығын хәҙер күп функциялы үҙәктәр ҙә бирә аласаҡ. Быға тиклем документ юллау өсөн мотлаҡ  юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһына барырға кәрәк ине. Уның ҡарауы, водитель стажы ике йылдан да кәм булғандарға автомобилдәр һөйрәтеү тыйылды.

ХХХ
Башҡортостан Яҙыусылар союзы идаралығы рәйесе итеп Мифтахетдин  Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының Башҡорт филологияһы факультеты доценты Зәки Әлибаев һайланды. Рәйес  вазифаһына өс кеше дәғүә итте.  Зәки Әлибаевтан тыш, «Китап» нәшриәте директоры урынбаҫары Фәрит Әхмәҙиев һәм «Истоки» гәзитенең баш мөхәррире Айҙар Хөсәйенов та яҙыусылар съезында үҙ кандидатураһын ҡуйҙы. Рәйес йәшерен тауыш биреү юлы менән һайланды.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика