АҘНА ЯҢЫЛЫҠТАРЫ. Дайджест 02.10.2016

Баш ҡалала ауыр тормош шарттарында ҡалған балалы әсәләргә социаль ҡунаҡхана эш башланы. Ул биш урынға иҫәпләнгән. Әсәләргә бында туҡландырыу һәм башҡа кәрәк-яраҡтар  ойошторолған. Социаль хеҙмәткәр, юрист, психолог хеҙмәте лә бушлай күрһәтелә. Ҡунаҡхана Невский урамындағы 23 йортта урынлашҡан.

Йәмәғәтселектә резонанс тыуҙырған беби-бокстар булмаясаҡ.  Ил хөкүмәте депутаттарҙың уларҙы урынлаштырыуҙы тыйыу тураһындағы тәҡдимен хупланы. Беби-бокстар йәшерен бала тапҡан әсәләргә сабыйын аноним рәүештә социаль учреждениеларҙа ҡалдырып китеү мөмкинлеге бирер ине.  
ХХХ
Рәсәйҙәге төп конфессия вәкилдәре илдә аборттарҙы тыйыу тураһындағы халыҡ мөрәжәғәтен яҡлап сыҡты. Йәмәғәтселек буласаҡ балаға яралғы сағында уҡ закон менән һаҡланған кеше статусы биреү яҡлы. Ул сағында хирургия һәм башҡа медицина ысулдары менән йөктө төшөрөү тыйыласаҡ һәм енәйәткә тиңләнәсәк.
ХХХ
Республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәров страховка пакеттарын яҡындар һәм туғандарҙың тыуған көндәренә бүләк рәүешендә бирергә тәҡдим итте. Ул страховка фирмаларын да ошо башланғысты күтәреп алырға, юбилейҙарға, тыуған көндәргә төрлө ташламалар яһарға саҡырҙы. Мәҫәлән, фатирҙы 2 мең ярым һумға страховкалағанда, ғәҙәттән тыш хәл осрағында 600 мең һум алырға була.
ХХХ
Октябрь башынан милеккә һалым өсөн квитанцияларҙы яңыса хаҡ менән ала башлаясаҡбыҙ. Был һалым торлаҡтың кадастр хаҡына ҡарап иҫәпләнә башлауына бәйле. Йорттарҙың кадастр баһаһы баҙар хаҡтарына яҡын. Ә элек һалым күсемһеҙ милектең инвентарь торошонан сығып  иҫәпләнә ине.
ХХХ
Рәсәй мәғариф һәм фән министры мәктәптәрҙе йыйыштырыу эштәрен уҡыусыларға тапшырыу тәҡдимен индерҙе. Ольга Васильева әйтеүенсә, был алым элек тә ҡулланылған һәм ул яҡшы һөҙөмтәләр генә биргән. Бала үҙе йыйыштырған ерҙе ҡәҙерләп тотасаҡ. Икенсенән, тәрбиә эшенә лә яҡшы яҡтан йоғонто яһаясаҡ.
ХХХ
Вазифа биләүселәргә Ватцап, Вайбер кеүек аралашыу ҡушымталары ҡулланыу тыйыла. Был ҡағиҙәне боҙоусыларҙы эшенән бушатыуҙары ла ихтимал.  Именлек хеҙмәтенән белдереүҙәренсә, сертификатланмаған аралашыу саралары мәғлүмәттең ситкә сығыуына килтереүе мөмкин.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика