Аҙна яңылыҡтары - 08.02.2015

Аҙна яңылыҡтары - 08.02.2015 08.02.2016

Рәсәй үҙәк банкы Мәскәүҙең «Интеркоммерц» банк операцияларын үткәреүгә лицензияһын алды. Күҙәтеүсе орган тикшереү барышында кредит ойошмаһының төп капиталын тулыһынса юғалтыуын, мөмкинлектәре менән иҫәпләшмәйенсә, юғары хәүефле операциялар уҙғарыуын асыҡлаған. «Интеркоммерц» вкладтарҙы страховкалау системаһында ҡатнаша. Агентлыҡ банкка аҡса һалыусыларҙың 69 миллиард ярым һум аҡсаһын ҡайтарасаҡ.

Белгород дауаханаһында пациенттың үлеме хирургтың йоҡо артерияһына һуғыуы һөҙөмтәһендә булған. Суд-медицина экспертизаһы тикшереү үткәргәндән шундай һығымта яһаған. Ғәҙәттән тыш хәл Яңы йыл байрамдары алдынан теркәлгәйне. Дауаханалағы аңлашылмаусанлыҡ пациентҡа ҡул күтәреүгә барып етә. Быға тиклем  ир башы менән иҙәнгә бәрелеүе арҡаһында һәләк булған тип фаразланғайны.

ХХХ
Бразилия Президенты Дилма Руссефф Зика вирусын таратыусы серекәйҙәр менән көрәш өсөн  аҡса йәлләмәйәсәкбеҙ тип белдерҙе. Финанслауҙа етешһеҙлектәр булмаҫ, тиҙ арала ауырыуға ҡаршы вакцина әҙерләүгә тотоноу күҙаллана .

ХХХ
Рәсәй менән Иран туризм өлкәһендә хеҙмәттәшлек программаһын раҫлаясаҡ. Ростуризм әле был илдәң ял итеү мөмкинлектәрен барлай. Ике ил араһындағы виза мөнәсәбәттәрен ябайлаштырылыуы ла туризм өлкәһендәге хеҙмәттәшлеккә этәргес бирәсәк тигән фекерҙә белгестәр.

ХХХ
Быға тиклем Рәсәй халҡы күпләп ял иткән Антальяға уҙған ғинуарҙа ни бары 97 мең самаһы кеше сәфәр ҡылған. Төркиә курорты өсөн был һуңғы 10 йылдағы иң түбән күрһәткес. Айырым һандарға  килгәндә, туристар  Рәсәйҙән  81, Германиянан 16, Голландиянан 20 һәм Британиянан 14 процентҡа кәмегән

ХХХ
Афғанстанда шартлау һөҙөмтәһендә өс кешенең ғүмере өҙөлдө. Мазари-Шәриф ҡалаһында хәрбиҙәр ултырған автобусҡа террорсы һөжүм иткән. 20 һалдат төрлө тән йәрәхәттәре менән дауаханаға оҙатылған, өс кеше һәләк булған. Террор ғәмәле өсөн яуаплылыҡты «талибан» хәрәкәте үҙ өҫтөнә алған.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку