Ҡарға батҡан ауыл

Ҡарға батҡан ауыл 29.01.2017

Тотош ил ҡарға сумды, юлдар юҡ тиерлек, ауылдарҙа йорттар ҡар аҫтында ҡала бара, район үҙәгенә сығыу үҙе бер бәлә. Юл таҙартыусы техниканы көтөп ала алмайҙар. Коммуналь хужалыҡтарҙан өмөтөн өҙгәс, ҡайһы берәүҙәр көрәкте үҙ ҡулына ала башланы.

Ә бына Ғафури районының  Мораҙ ауылында йәшәүселәр юл таҙартыусы тракторҙарҙы үҙҙәре үк кире бороп ҡайтарған. Юҡ, йөрөмәгеҙ, ҡарҙы һөрмәгеҙ, ятһын тигәндәр. Сәйер түгелме ни? Бәлки, ауыл халҡы ошо рәүешле сәсеүгә ҡар ҡаплайҙыр? Әллә унда яуым -төшөм әҙерәк булғанмы? Бәлки, һыуға йөрөп тормай ҡар иретеп эсәләрҙер?  Һорауҙар күп.
Мораҙға юл Ҡарағай ауылы аша ята. Ике саҡрым араны юл тип әйтеүе лә мөмкин түгел. Тәү ҡарашҡа ҡар таҙартыусы техника был яҡтарҙа аҙна-ун көн булғаны юҡ. Бара торғас ниһайәт, ауылға килеп еттек. Һәм беҙҙе борсоған һорауға яуап оҙаҡ көттөрмәне.
Ысын мәғәнәһендә,  «аҡ аманатлыҡта» ҡалған халыҡ ярай әле ауылда ат тотоусылар бар, ошо көндәрҙә сана берҙән-бер транспорт сараһы булды, тип һөйөнә.
Әлбиттә, ауыл осонда йәшәүселәрҙе лә аңлап була. Ихатаның да хаҡы бар. Әммә ауылдың икенсе осонда 7 инвалид, күрше ауылға мәктәпкә һәм баҡсаға йөрөгән 24 бала һәм ғөмүмән, ауылдаштарың барлығын оноторға ярамай. Фельдшер-акушер пункты менән магазин да күрше ауылда урынлашҡан бит.
Ғәйеп үпкәләп ҡайтып киткән трактор водителендә лә юҡ түгел.  Оло йәштәге инәйҙең әйткәне эште тамамларға сәбәп кенә булғандыр, бәлки. Хәйер, быйыл ҡарҙан таҙартылмаған юл менән береһен дә аптыратып булмай. Яуым-төшөмдөң муллығы, етәкселәрҙең вайымһыҙлығы, техника, яғыулыҡ майлау материалдарына аҡса етешмәүе  мәсьәләне киҫкенләштерә генә. Әммә ошондай ҡатмарлы шарттарҙа ла юл асырға ебәрелгән техниканы ауылға индермәй ҡайтарып ебәреү башҡа һыймаҫлыҡ хәл.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика