Башҡортостан Башлығы Волга буйы федераль округы төбәктәрендә транспорт именлеген тәьмин итеү мәсьәләһенә арналған кәңәшмәлә ҡатнашты
Фекер алышыу видеоконференция форматында үтте. Уға Рәсәй президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Михаил Бабич менән Рәсәй транспорт министры Максим Соколов рәйеслек итте.
19 / 01 / 2018 178
Йома кисендә Өфө урамдарында йәнә ҙур тығындар хасил булды
Транспорт хәрәкәтендәге ҡатмарлыҡтар айырыуса «Дуҫлыҡ монументы» янындағы күперҙә теркәлде. Сөнки иҫке ҡоролма ябылған, ә яңыһы шул тиклем автомобилдәр ағымына иҫәпләнмәгән. Водителдәр мәнфәғәттәрен ҡайғыртып уҙған төндә күперҙә йүнәлешен үҙгәртә торған хәрәкәт ойошторолдо. Йөк транспорты өсөн дә сикләү индерелә. Был турала Өфө ҡалаһы һәм республика автоинспекцияһы етәкселеге ҡатнашлығында үткән күсмә кәңәшмәлә белдерелде.
19 / 01 / 2018 249
Сабырлыҡ төбө һары алтын
Өфөлә 160 ғаилә  өс йылдан ашыу көткән фатир асҡыстарын аласаҡ. Баш ҡаланың Затон биҫтәһендә, Летчиктар урамында төҙөлгән күп ҡатлы йорт 2015 йылда уҡ файҙаланыуға тапшырылырға тейеш була. Әммә  финанс проблемаларға бәйле төҙөлөш туҡтатыла. Былтыр республика етәкселеге ярҙамы менән объектты сафҡа индереүгә өлгәшелә. Хәҙер инде  ремонт хаҡында уйлай башларға ла мөмкин.
19 / 01 / 2018 245
Миллион ярым һумлыҡ трансформатор будкаһы
Өфө эшҡыуарҙарының береһе сираттағы милек һатып алыу килешеүенә ҡул ҡуйғандан һуң сетерекле хәлдә тороп ҡалған. Улар үҙҙәрен мутлашыусылар тоҙағына эләгеүен билдәләй һәм тәртип һаҡлау органдарында тейешле иғтибар таба алмауына зарлана.
19 / 01 / 2018 256
Республика ата-әсәләр форумы быйыл май айында үтә
Был турала Дәүләт Йыйылышы - ҡоролтай депутаттары хәбәр итте.
19 / 01 / 2018 179
Радио хеҙмәткәрҙәре ойошторған «Алмаш-тилмәш» проектының тәүге миҙгеле тамамланды
Проект аҙағында тыңлаусылар араһында осраҡлы рәүештә һайлап алынған кешегә бүләккә ат тапшырылды. Үҙенсәлекле башланғыс республикабыҙҙың төрлө райондарында йәшәгән радиотыңлаусыларҙы әйбер алмашыу сылбыры менән тоташтырҙы. «Юлдаш» радиоһында «Алмаш-тилмәш» проекты уҙған йылдың сентябрендә башланғайны.
19 / 01 / 2018 256
Ауыл йәшәһен өсөн!
Бәләбәй районының Знаменка ауылында бағыусылар балалар өсөн тау, хоккей уйнарға һырғалаҡ эшләгән. Йыл һайын «Иң яҡшы» уҡыусыға үҙҙәренең дәртләндереү призын булдырған. Ацетон етештереүсе предприятие урында йәшәүселәрҙе эш урындары менән тәьмин итеп, ауылды йәнләндереү сараларын күрә. Төбәк халҡы: «Берҙәмлектә-көс» девизы менән йәшәй.
19 / 01 / 2018 185
ДОНЪЯ ЯҢЫЛЫҠТАРЫ - 19.01.2018
Хаҡы йондоҙҙарына ҡарап. Дәүләт думаһы  ҡунаҡханаларҙы мотлаҡ йондоҙҙарына ҡарап синыфтарға бүлеү тураһында закон проектын өсөнсө уҡыуҙа раҫланы. Был вәкәләттәр туризм өсөн яуаплы дәүләт органдарына йөкмәтелә. Ҡанун 2019 йылдың 1 ғинуарынан ғәмәлгә инә.
19 / 01 / 2018 160
Өфөлә еңел атлетика буйынса Башҡортостан беренселеге үтте. Ярыш өс йөҙҙән ашыу спортсыны берләштерҙе
Ике көн дауамында төрлө дистанция һәм өс йәш арауығында иң етеҙҙәр асыҡланды. Шуныһы ҡыуаныслы, еңеүселәрҙең күбеһе республика йыйылма командаһы составына инеп, ил кимәлендәге ярыштарҙа ҡатнашыу хоҡуғын да аласаҡ. Әйтәйек, тиҙҙән Чебоксар ҡалаһында еңел атлетика буйынса Рәсәй беренселеге уҙғарыласаҡ. Төбәк данын утыҙға яҡын йәш спортсы яҡлар тип көтөлә.
19 / 01 / 2018 246
Ҡаранай Моратов урамында Мөхәммәтсәлим мәсете
Стәрлетамаҡ ҡалаһында иман йорто төҙөлөшө  иғәнә индереүселәр ярҙамында тағы ла йәнләнә төшкән. Күптән түгел бер төркөм йәштәр мәсеткә тәҙрә ҡуйыуға үҙ өлөшөн индергән.
19 / 01 / 2018 182
«Алтын битлек» һәм «Онегин» премияһы эйәләре Алексей Татаринцев менән Диләрә Иҙрисова Мәскәү консерваторияһының ҙур залында сығыш яһаны
Концерттың тәүге бүлегендә йәш пианист Михаил Антоненко Евгений Светланов исемендәге Рәсәй дәүләт оркестры коллективы менән дирижер һәм солист амплуаһында сыҡты. Музыканттар башҡарыуында Бетховендың тәүге фортепиано концерты яңғыраны.
19 / 01 / 2018 214
Силәбе өлкәһенең Сыбаркүл районы башҡорттары ҡоролтайы ойошторолоуға 20 йыл
Юбилей уңайынан Бишкил ауылы мәҙәниәт йортонда байрам сараһы уҙҙы. Тантанала өлкә ҡоролтайы ағзалары - Ҡоншаҡ, Арғаяш райондары һәм Златоуст, Миәс, Ҡатау-Тамаҡ ҡалаларында йәшәүсе милләттәштәребеҙ  делегат булараҡ ҡатнашты.
19 / 01 / 2018 243
Инвестицияларһыҙ үҫеш, киләсәк юҡ, әммә былтыр республикаға йәлеп ителгән аҡса күләме яҡынса 5-10 процентҡа кәмегән
Был турала бөгөн Республика башлығы Башҡортостандың ҡеүәтле предприятиелары етәкселәре менән осрашыуҙа белдерҙе. Рөстәм Хәмитов белдереүенсә, төбәктә уңайлы инвестиция мөхите тыуҙырылған, әммә проблемалар ҙа юҡ түгел. Ултырышта тап ошо мәсьәләләр, уларҙы хәл итеү юлдары хаҡында һүҙ барҙы.
18 / 01 / 2018 214
Баш ҡалала Рәсәй Президенты вазифаһына үҙ-үҙен тәҡдим итеүсе кандидат - Владимир Путиндың йәмәғәт ярҙамы штабы эш башланы
Ғәмәлдәге ил башлығының фекерҙәштәре 18-се мартта үтәсәк сәйәси кампанияны мәмкин тиклем асыҡ, ғәҙел ойоштороуға әҙерлек менән мәшғүл. Шунда уҡ халыҡты ҡабул итеү ҙә ойошторолған. Башҡортостанда ил президентына дәғүә итеүсе башҡа кандидаттарҙың да һайлау алды кампанияһы алып барыла. Рәсәй Президенты вазифаһына ун ете кеше дәғүә итә.
18 / 01 / 2018 186
Халыҡ ихтияры иғтибар үҙәгендә
Ғинуар башында Благовещен районында төшөрөлгән видеояҙма йәшен тиҙлегендәй интернет киңлектәрендә таралды. Рая ханым ҡатнашлығындағы ролик  шулай уҡ федераль каналдарҙа ла сағылыш тапты. Төп герой Ильина Поляна- Соколовский ауылдары араһындағы юлдың йөрөп булмаҫлыҡ хәлгә әйләнеүенә зарлана. Техникаларҙы көтөп ала алмаған ҡатын һөҙөмтәлә юлдағы боҙлауыҡ менән үҙе көрәшергә мәжбүр булған. Шулай итеп ул власть органдарының иғтибарын урындарҙағы көнүҙәк проблемаларға йәлеп итергә уйлаған.  
18 / 01 / 2018 223
Уларҙың хатаға хоҡуғы юҡ
Һүҙем саперҙар тураһында. Был аҙнала Рәсәй инженер ғәскәрҙәре һөнәри байрамын билдәләй. Ошо уңайҙан Шишмә районының Алкин хәрби гарнизонында күнекмәләр уҙҙы. 12-се айырым гвардия инженерҙар бригадаһы ғәскәрҙәре яланда төрлө техника менән эш итте.
18 / 01 / 2018 168
Полиция хеҙмәткәрҙәре 100 мең литр суррогат алкоголде законһыҙ әйләнештән алды
Ялған араҡы етештереүҙә завод директоры ғәйепләнә. Ҡырмыҫҡалы районында рөхсәтһеҙ ойошторолған етештереү линияһында етәксе составында спирт булған эсемлек ҡойоуҙы яйға һалған. Тентеү барышында 100 мең литр контрафакт сеймал табылған. Уның хаҡы кәм тигәндә 5 миллион һум менән баһалана. Хоҡуҡ  һаҡлау органдары осраҡ буйынса енәйәт эше ҡуҙғатҡан. Завод директоры Рәсәй  енәйәт кодексының 171-се статьяһы буйынса ғәйепләнә.
18 / 01 / 2018 219
Ҡыш миҙгелендә торлаҡ тикшереү испекцияһына ғариза менән мөрәжәғәт итеүселәр һаны арта
Граждандар күпселек осраҡта торлаҡтарының һыуыҡлығына  һәм йыуына торған һыу температураһының түбән булыуына занлана.
18 / 01 / 2018 204
ДОНЪЯ ЯҢЫЛЫҠТАРЫ - 18.01.2018
Ленинград блокадаһын өҙөүгә 75 йыл. Президент Владимир Путин Санкт-Петербургта Пискарев мемориалына сәскәләр һалды.  Дәүләт башлығы туғандар ҡәберлегендәге мәңгелек ут янында ла туҡталды. Ҡала халҡы, бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һәм йәштәр ойошмалары вәкилдәре менән осрашыуҙа  Президент  Ленинград блокадаһы өҙөүҙә ҡатнашыусыларҙың ҡаһарманлығын оноторға хаҡыбыҙ юҡ тип белдерҙе.
18 / 01 / 2018 233
Интернет аша «Ашығыс» медицина ярҙамы
Рәсәйҙә телемедицина тураһындағы закондың үҙ көсөнә инеүе - табиптарға рәсми яҡтан онлайн режимда консультациялар, консилиумдар ойоштороу мөмкинлектәрен киңәйтте.
18 / 01 / 2018 239

Страницы: 1 2 3 4 5 ... 748 След.
Яңылыҡтар календары

Яндекс.Метрика