Һаҡ булығыҙ, поезд килә...

Һаҡ булығыҙ, поезд килә... 26.01.2015

Күп халыҡ йәшәгән урындарҙа тимер юлы аша үтергә махсус урындарҙың  булмауы  үлемесле осраҡтарға килтерә. Машинист тормозға баҫҡанда ла, был транспорт бер километрҙан  ашыу ара үтеүе ихтимал. Вагондар һаны, йөк ни тиклем күп, шул тиклем хәүефлерәк. Бигерәк тә, ауыл-ҡала араһында ҙур тиҙлек менән үтеүсе поездар хафаға һала.

Жуков ауылында йәшәүсе Надежда «Авдон» станцияһы янында бәләгә тарый. Төнөн ул эте менән йомошо буйынса ауылдың икенсе яғына барырға сыға. Тимер юлы аша үткәндә ҡатынды поезд бәреп китә.
Надежда әле дауаханала. Уның ҡулы ныҡ йәрәхәтләнгән. Ә бит үлем менән тамамланған осраҡтар ҙа бар. Быны тимер юлы хеҙмәткәрҙәре лә иңҡар итмәй.
Тимер юлы Жуков ауылын уртаға бүлә. Бер яҡтан икенсе яҡҡа эләгер өсөн аҫылмалы күпер аша атларға кәрәк. Баҫҡыстан менгәнсе ваҡыт үтә тип, әлбиттә, ҡоролма аҫтынан йүгереп үтеүселәр ҙә бар - бында һуҡмаҡ барлыҡҡа килгән. Бигерәк тә, мәктәп уҡыусылары - хәүеф үҙәгендә. Ни тиһәң дә, бер кем дә махсус урындан үтеү-үтмәүҙе күҙәтмәй.
Елена Щекотурова, Өфө районының Жуков урта мәктәбе диреткоры урынбаҫары:  «Мәктәп тимер юлына яҡын урынлашҡан, шуға беҙ һәр семестр һайын балалар менән хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре хаҡында класс сәғәттәре үткәрәбеҙ, уларҙан ҡултамғалар йыябыҙ. Ата-әсәләрҙе лә иҫкәртеп торабыҙ, улар менән дә йыйылыштарҙа был мәсьәләне күтәрәбеҙ».
«Авдон» станцияһында аҫылмалы күпер бар, ә мәктәпкә ауылдың яңы биҫтәһенән уҡырға йөрөүселәр өсөн бындай уңайлыҡтар булдырылмаған. Яҡындағы автобус туҡталышына барып етер өсөн тимер юлының 1601-се километрында балаларға рельстар аша атлап үтергә кәрәк. Махсус тамғалар ҙа юҡ.
Үткән яҙ Искәндәр Әйүпов ошо автобусҡа һуңлайым тип саҡ бәләгә тарымай. Ул ике поезд араһында ҡала. Малай ҡурҡышынан ергә йығыла һәм үҙен һаҡлап ҡалырға тырыша.
Балалар 1601-се км-ҙағы тимер юлы туҡталышы аша һәр иртә уҡырға,  кис түңәрәктәргә йөрөй. Ата-әсәләр автобус туҡталышына тиклем  балаларын етәкләп оҙатырға мәжбүр. Тимер юлы хеҙмәткәрҙәре һәр километр һайын аҫылмалы күпер төҙөү  финанс яҡтан отошло түгел тип һылтана. Жуков ауылында йәшәүселәр иһә өмөтөн өҙмәй, ҡасан да булһа был мәсьәлә хәл ителер һәм кеше ғүмере үткәүелдән өҫтөн ҡуйылыр ти улар.
Гөлназ Хәйбуллина

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку