Ағаслыҡ ҡырҡыла

Ағаслыҡ ҡырҡыла 14.01.2015

Миәкә районы Сәфәр ауылы халҡы проблемаһы хаҡында беҙ хәбәр иткәйнек инде. Бында яҙғы ташҡындан ҡурсалап торған берҙән-бер ҡаршылыҡ - ағаслыҡ ҡырҡыла. Халыҡ быға ҡәтғи ҡаршы. Урманлыҡ беҙҙең өсөн ышыҡ та, матурлыҡ та, ти улар. Бушҡа ғына урманды бер ҡат тунға тиңләмәйҙәр. Әммә беҙҙең хәбәрселәр төбәктә ошо хәҡиҡәтте уртаҡлашмаусылар барлығын асыҡланы. Тап улар ауыл биҙәге булған йәшеллеккә ҡул һуҙа.

Ауыл халҡын борсоған мәсьәлә нисәнсе тапҡыр инде Сәфәрҙәрҙе ҡорға йыйылырға мәжбүр итә. Быға урындағы ағас эшкәртеүсе предприятие етәкселеге менән урында йәшәүселәр араһында килеп тыуған аңлашыумансанлыҡ, Дим йылғаһы ярҙарын нығытҡан ағастарҙы ҡырҡыу сәбәпсе.
Мәҙәниәт йорто етәксеһе, ауыл старостаһы Тимерйән Лотфуллин был хәлгә тыныс ҡына ҡарай алмай. Уның фекеренсә, өс рәт булып үҫкән тирәктәр заманында тап һыу эррозияһына ҡаршы ултыртылған. Әммә быны аңлап етмәгән урындағы ойошма ағастарҙы таҡта, рәшәткәгә оҙатырға иҫәп тота. Тирәктәр бер-бер артлы ҡырҡып йығыла башлағас урындағы халыҡ ҡаршы сыға.
Ауыл халҡы әйтеүенсә, әлеге ағастар менән өс кеше ҡыҙыҡһынған. Ул урман хужалығы белгесе, шәхси пилорама хеҙмәткәре һәм ошо уҡ хужалыҡ етәксеһе. Әйткәндәй, уларҙың өсөһө лә күрше ауылдарҙан, ти урындағы халыҡ.
Башҡортостан Урман хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, Миәкә районының Сәфәр ауылындағы ағастар урман фондына инмәй. Ә район ҡарамағындағы байлыҡ.
Сәфәр ауылы халҡы күтәргән мәсьәләнең етди булыуы менән биология фәндәре докторы, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған фән эшмәкәре Алексей Кулагин да килешә.
Дим буйы ярҙарын нығытыу өсөн ултыртылған ағастарҙы ҡырҡырға кемдең рөхсәт биреүе әлегә асыҡ ала. Был хәл менән хатта, урындағы ауыл биләмәһе етәкселеге лә хәбәрҙар түгел, ти ауылдаштар. Ағас күпләп ҡырҡыла башлағас сәфәрҙәр полиция хеҙмәткәрҙәренә мөрәжәт итә. Эш бер аҙға туҡтап ҡала... Әммә бер-нисә көндән тирәктәр йәнә йығыла башлай. Әле ауыл халҡы килеп тыуған проблеманы хәл итеүҙе һорап Миәкә районы прокуратураһына ғариза яҙған. Ағаслыҡтың яҙмышы тиҙ арала хәл ителмәһә, яҙғы ташҡын ауылды аямаясаҡ, тип борсола урындағы халыҡ. Беҙҙең ижади төркөм ваҡиға барышын аҙағына тиклем күҙәтәсәк.
Азат Ғәлиуллин

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку