Ҡаһарманлыҡ өлгөһө

Ҡаһарманлыҡ өлгөһө 07.11.2014

Илдең баш ҡалаһында  ғәҙәттән тыш хәлдәрҙә  батырлыҡ күрһәткән үҫмерҙәр тәбрикләнде. Рәсәй төбәктәренән йыйылған 20-нән ашыу йәш батыр араһында яҡташтарыбыҙ ҙа бар ине. Улар кескәй туғандарын уттан сығарған 11 йәшлек Семен Давыдов менән һыуға батыусы ҡыҙҙы ҡотҡарған 9 йәшлек Артур Фәтҡуллин. Кескәй ҡаһармандар абруйлы наградаға лайыҡ булды.

Әсәһе герой улын Мәскәүгә әҙерләй. Баҫалҡы ғына  улдарының  өлкәндәрсә ҡыйыулыҡ күрһәтеүенә яҡындары әле булһа ышанып бөтмәй. Шул уҡ  ваҡытта Артурҙың яуаплы мәлдә юғалып ҡалмауы әсә кешелә ғорурлыҡ хистәре уята.  
Бер  секунд эсендә тыуған батырлыҡ. Ул көндө  көҙгө һалҡын һыуҙа батып барған баланы шәйләгән Артур, уйламай ҙа ярҙамға ашыға. Әлбиттә, был минутта үҫмер малай ҙур батырлыҡ күрһәтеүен аңламай ҙа.  
Бигерәк тә йәй көндәрендә Нуға йылғаһынан кеше өҙөлмәй. Тотош ауыл балалары тап ошо урынға һыу инергә килә. Тәү ҡарашҡа һай ғына күренгән йылға дүрт йәшлек балаға ҙур хәүеф менән янай.  
Мәскәүҙә үткән тантаналы сарала 21 баланың батырлығы билдәләнде. Рәсәйҙең 14 төбәгенән килгән Геройҙарға миҙалдар, ҡиммәтле бүләктәр тапшырылды. Рәсәйҙең  ғәҙәттән тыш хәлдәр  министры  Владимир Пучков балаларҙы ведомствоның баш кейемдәре менән бүләкләне.
Тантаналы саранан һуң балаларға Мәскәү ҡалаһы буйлап экскурсия ойошторолдо. Цирк, зоопарк, шулай уҡ Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының көрсөк хәлдәр идаралығы үҙәгендә булды. 7 ноябрҙә йәш геройҙар Ҡыҙыл майҙанда үтәсәк парадҡа тамаша ҡыласаҡ.
Азат Ғәлиуллин

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку