Ҡаһармандар исеме мәңге хәтерҙә

Ҡаһармандар исеме мәңге хәтерҙә 22.05.2015

Өфөнөң Инорс биҫтәһендә Советтар Союзы Геройы Георгий Мушниковҡа таҡтаташ асылды.

Ул фронтҡа авиация училищеһын тамамлағандан һуң алына. Данлыҡлы ИЛ 2 штурмовигында 185 хәрби осош яһай. Һуғыштан һуң да Георгий Мушников 1958 йылғаса Хәрби Һауа көстәрендә хеҙмәтен дауам итә, йәш летчиктарҙы өйрәтә. Аҙаҡ ул Өфөнөң моторҙар төҙөү берекмәһендә инженер булып эшләй. Геройға таҡтаташ асыу тантанаһында Георгий Мушниковтың туғандары ла ҡатнашты.
Ольга Эйдинова-Мушникова, Георгий Мушниковтың ҡыҙы: «Таҡтаташ бик матур, атайымдың һыны уға ныҡ оҡшаған. Минең өсөн был хөрмәтләү үтә лә әһәмиәтле. Атайымдың иҫтәлеге халыҡ күңелендә һаҡланыуы минең өсөн үтә ҡәҙерле».

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика