Аңғармаҫтан ер һатылған

Аңғармаҫтан ер һатылған 11.11.2015

Кушнаренко районы Шәрип ауылында ер пайҙары законһыҙ рәүештә әйләнештән сығарыу осрағын Парламент комиссияһы тикшерә башланы. Депутаттар мәсьәләнең хоҡуҡи үҙенсәлектәрен асыҡлаған мәлдә  халыҡ  урындағы эшҡыуарға зарлана. Күҙ асып йомғансы ер пайҙарыбыҙҙан ҡолаҡ ҡаҡтыҡ, хәҙер ул әҙәм беҙҙе ҡурҡытырға маташа тип билдәләй улар. Шәриптәге йомғаҡты  беҙҙең хәбәрселәр ҙә тағатырға тырышты.

Шәрип ауылы клубы янындағы митингты беҙ уҙған йәй төшөргәйнек. Халыҡ бер тауыштан ҡағыҙҙарға аңғармаҫтан ҡул ҡуйҙыҡ, беҙҙе тишек кәмәгә ултырттылар тип бара.
Тракторсы, һауынсы, көтөүсе, урындағы колхоздың элекке хеҙмәткәрҙәре ер эше өсөн ярты ғүмерен арнаған. Хужалыҡ тарҡалғас уларҙың һәр береһенең өлөшөнә төшкән 7 гектар ер бүлеп бирелә. Артабан баҫыуҙарҙы ҡуртымға алыусы ла табыла. Ул һәр йортҡа тигәндәй  үҙе йөрөп документтар тарата. Урындағы хакимиәт секретары  раҫлаған ҡағыҙға ҡултамға ҡуйырға үтенә. Пайсылар айышына төшөнөп тормай ғына документтың аҫтына исемен сыймаҡлай. Ерҙе һатыу тураһында килешеүгә ҡул ҡуйғандарын улар һуңынан ғына аңлап ҡала.
Ер пайҙары ауылдың күпселек халҡы өсөн берҙән-бер табыш сығанағы. Ҡуртымға алыусылар ҡайһы саҡта аҡса, булмаһа иген йә бесән менән хаҡын түләп тора. Килешеүҙе раҫлау менән тотош ауыл халҡы был ниғмәттәрҙән ҡолаҡ ҡаға. Уңдырышлы тупраҡты ҡулына төшөргән эшҡыуар менән телефон элемтәһендә документтар менән хилафлыҡ юҡ, барыһы ла ауыл халҡының ризалығы менән эшләнде тип билдәләне.
Ауыл эргәһендәге баҫыуға әле ужым культуралары сәселгән. Пайҙан ҡолаҡ ҡаҡҡас халыҡ төрлө урындарға мөрәжәғәт итте. Ниһайәт, уларҙы ишеттеләр тиергә мөмкин. Шәриптәге хәлде тикшереү маҡсатында парламент комиссияһы төҙөлдө. Ауылдаштарҙы ҡыйыш ҡайынға терәткән хужалыҡ етәксеһенең эшмәкәрлеген Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаттары тикшерәсәк. Һорауҙар ике яҡта ла күп. Берҙән халыҡ үҙ ҡулдарын менән ерҙе һатыу килешеүенә ҡул ҡуйған, эшҡыуар иһә элекке колхоз хеҙмәткәрҙәренең хоҡуҡи наҙанлығынан файҙаланған.
Фекер алышыуҙа мәсьәләнең башҡа нескәлектәре лә көн яҡтыһына сыҡты. Ер пайҙарына ҡул һуҙған эшҡыуар депутаттарға мөрәжәғәт иткәндәре өсөн урындағы халыҡты ҡурҡытырға  ла тырышҡан. Мәсьәләне күтәреп сығыусыларҙың береһе Марат Әхтәриевтың ихатаһына хатта, ут төрткәндәр
Халыҡтың өлөшөн үҙләштергән эшҡыуарҙан ғына аныҡ яуап ишетелмәне. Ауылдаштарының үтенесен ул бөтөнләй ҡолағына элмәй, депутаттар менән осрашыуға ла  килмәне. Яҡындары ла беҙҙең менән аралашыуҙан баш тартты.
Ваҡиғаның тағы ла бер сетерле яғы асыҡланды. Комиссия  килешеүҙәге ҡултамғаларға тишереү үткәргән. Уларҙың бер өлөшө ялған булып сыҡҡан.
Вадим Старов, Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай  рәйесе урынбаҫары: «МВД проводило поряка 3 экспертиз, одна из них выявило уже сразу. Я думаю, что сейчас правоохранительные органы могут принять компетентное решение, в случае возбужденгия дела проведут уже массовую проверку подписей. при мне только обратилось около 7 человек. Но мы будем продолжать это расследование, чтобы подное не случилось в других районах. И будем проверять все села позже».
Парламент тикшереүе дауам итә. Әле ауыл халыҡы кәрәкле документтарҙы йыйыу менән мәшғүл. Улар ер пайҙары тиҙҙән кире ҡайтарылыр тигән өмөттә.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика