99 йәшлек ветеран

99 йәшлек ветеран 04.05.2016

Өфө районы Нурлы ауылында йәшәүсе Шәйҙә Нурияздан ҡыҙы Кәбирова май башында үҙенең сираттағы тыуған көнөн туйланы. Һуғыш ауырлыҡтарын үҙ иңдәрендә татыған  тыл һәм  хеҙмәт ветераны тормош һынауҙарына бирешмәй, әле лә яҡындарына аҡыл һәм сабырлыҡ өлгөһө булып йәшәй. Ағинәйҙең шатлығын беҙҙең ижади төркөм дә уртаҡлашты.

Туҡһан туғыҙ йәшен туйлаған Шәйҙә Нурияздан ҡыҙы теремеклеге, бөхтәлеге, егәрлеге менән бөтәһен дә таң ҡалдыра. Хәтере яҡшы, йорт эштәрендә лә әүҙемлек күрһәтә. Туғыҙ балаһының балаларына, утыҙ ейән-ейәнсәренә ул әле лә яҡты ҡояш кеүек нур сәсеп, матур кәңәштәр биреп  йәшәй.
Тормош иптәшен Бөйөк Ватан һуғышына оҙатҡанда уның өҫтөндә өс балаһы менән ҡәйнәһе ҡала. Һыйырын һатып, бәләкәй генә мунса ҙурлығындағы йорт урынына яңыһын  һатып ала. Һуғыш  йылдарындағы ризыҡ наҡыҫлығы Шәйҙә Нурияздан ҡыҙына ла ауыр һынауҙар алып килә. Әммә ул тормош имтихандарын уңышлы үтә. Һуңғы һулышына тиклем оло йәштәге ҡәйнәһен тәрбиәләй. Иптәше ете йыл хеҙмәт иткәндән һуң ғына ғаиләһенә ҡайта.
Шәйҙә Нурияздан ҡыҙы туғыҙ балаға ғүмер биргән. Әлеге көндә уларҙың алтыһы иҫән. Дүртөйлө районы Әсән ауылы ҡыҙы бала-сағаларын да эшһөйәр, татыу итеп тәрбиәләй.  Үҙе ғүмере буйы малсылыҡта эшләгән. Кохоздың алдынғы һарыҡ ҡараусыһы булараҡ тирә-яҡта абруй һәм хөрмәт ҡаҙанған. Илебеҙ өсөн хәл иткес ауыр йылдарҙа ул тырыш хеҙмәте менән тылда Бөйөк Еңеүҙе яҡынайтҡан. Иманлы, тырыш хеҙмәте менән сәмле тормош юлы үткән ағинәй һәр атҡан тыныс таңға, бөгөнгө муллыҡҡа шөкөр ҡылып бала-сағалары уртаһында ҡайнап ғүмер итә.  

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика