90, 95 йәшлек юбилейҙарын билдәләгән ололарға Башҡортостан башлығының ҡотлау хаттары 02.02.2015

Баймаҡ районында ла тәбрикләү сәләме ун ветеранға тапшырылған.  Ошо көндәрҙә райондың рәсми вәкилдәре 90 йәшен туйлаған Баймаҡ эске эштәр бүлеге, Бөйөк Ватан һуғышы  ветераны Йосоп Хәлитовта  булды.

Беҙҙең геройыбыҙ  оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, теремек, ветерандарҙың береһе.  Йәшлек сағы ҡәһәрле һуғыш йылына тура килеп,  малай ғына көйө генә ут эсенә инеп, тормоштоң әсе-сөсөһөн татый ул. Ул йылдарҙы оло ветеран ҡурҡыныс төш итеп  кенә хәтерләй.
Яуҙан ҡайтҡас Йосоп Әхмәт улы Байҡара руднигында эш башлай. 1949 йылда иһә яҙмыш  уны Баймаҡ эске эштәр бүлегенә илтә һәм хаҡлы ялға сыҡҡансы хоҡуҡ һаҡлау органдарында эшләй.
Йосоп Әхмәт улы 1949 йылда  Беренсе Этҡол ҡыҙы Сәмиғә менән  донъя ҡороп ебәрә. 43 йыл татыу ғүмер итәләр,  алты бала тәрбиәләйҙәр, ҡыҙғанысҡа Йосоп олатайҙың тормош иптәше лә, бер ҡыҙы ла гүр эйәһе. Һуғыш ветераны кесе ҡыҙы Венераның  ғаиләһендә йәшәй.
Ветерандың  ейәнсәре лә олатаһының юлын һайлай. Әле ул Ҡазан ҡалаһында майор дәрәжәһендә хеҙмәт итә.
Туғыҙынсы тиҫтәһен теүәлләп килеүенә ҡарамаҫтан, аяҡтарында ныҡлы баҫып йөрөй ветеран. Беҙгә тыныс илдә йәшәү бәхетен бүләк иткән  Йосоп Әхмәт улына киләсәктә лә бәхетле ҡартлыҡ, ныҡлы һаулыҡ, оҙон ғүмер   генә  юлдаш булһын.
Вилә Сәйетова

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика