9 мең һумлыҡ торба

9 мең һумлыҡ торба 10.11.2014

Баймаҡ районының Урғаҙа ауылында зәңгәр яғыулыҡ бер-нисә йыл элек үткәрелә башлаған. Әлеге ваҡытта ауылдың күпселек урамдары газ менән ҡуллана. Әммә быйыл ауылдың тағы ла 6 урамына газ торбалары һалынғандан һуң, урында йәшәүселәр проектта газ үткәргесте ихаталар менән тоташтырыусы аркалар ҡаралмауына зарлана. Етмәһә, газ үткәреүсе ойошма  арка эшләү өсөн һәр ихатанан 10 мең һумға яҡын аҡса һорай.

Урғаҙа ауылы үҙәгендә хатта байрамдарҙа ла был тиклем  кеше йыйылмай. Газ үткәреү мәсьәләһе ауылда ысынлап та күп ығы-зығы тыуҙырған. Урындағы халыҡ әйтеүенсә, газ үткәргес проектын эшләгәндә,  уларҙың  фекере менән бер кем дә ҡыҙыҡһынмай.
Законға ярашлы, урамдарға газ үткәргес торбалар бюджет иҫәбенә үткәрелә. Ләкин, проект буйынса, һәр йортҡа тейешле аркалар ҡаралмаған. Был инде хужаларға төрлө уңайһыҙлыҡтар тыуҙыра. Урам ҡапҡалары өҫтөнән үткән торбалар арҡаһында хәҙер  ихатаға бесән йәки икенсе хужалыҡ тауарҙары индереү мөмкин түгел. Кемгәлер газ бөтөнләй кәрәк түгел, ләкин уларға ла арка өсөн түләргә тура килә. Сөнки торба уларҙың да йорто аша үтә.
Мәҫәлән Первоцилинников урамындағы ошо ихатаға утын индереү өсөн торбаларҙы бер метрға күтәрергә кәрәк. Ә уның хаҡы 9 меңгә яҡын. Әлбиттә, ауыл халҡы өсөн был ҙур сумма.
Баймаҡ районы хакимиәте был мәсьәләне инҡар итә. Проект эшләнгәндә беҙ халыҡтан газ кәрәкме-юҡмы тип һораныҡ һәм быға ыңғай яуап алдыҡ,  тип аҡлана район хакимиәте башлығы урынбаҫары.
Эксперттар фекерснә,  урамда газ үткәрелгәндә йорт хужалары фекере  иҫәпкә алынырға һәм  торбалар йорт хужаларында уңайһыҙлыҡ тыуҙырмаҫҡа тейеш. Был законда ла ҡаралған.
Валерий Шәрипов, юрист: «Хакимиәт вәкилдәренең үҙҙәренең бурысын граждандарға япһарырға хоҡуғы юҡ. Ихатаға әйбер индергәндә торбалар һис тә ҡамасауларға тейеш түгел.  Проект төҙөүселәр ошо нескәлектәрҙе мотлаҡ  иҫәпкә алырға бурыслы».
Эксперт фекеренән күренеүенсә,  Урғаҙа ауылы халҡы район хакимиәтенә үҙәрен борсоған мәсьәлә буйынса ялыу яҙа ала. Хакимиәттән алынған яуап халыҡты ҡәнәғәтләндермәһә, юристар уларға  судҡа йәиһә прокуратураға мөрәжәғәт итергә кәңәш итә.  
Аймара Рәхимова

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку