9 майға тиклем фронт юлын үткән ветерандар фатир менән тәьмин ителәсәк, йыл дауамында баррлығы 1 мең 300 яу һәм тыл ҡаһарманының торлаҡ шарттарын яҡшыртыу ҡарала

9 майға тиклем фронт юлын үткән ветерандар фатир  менән тәьмин ителәсәк, йыл дауамында баррлығы 1 мең 300 яу һәм тыл ҡаһарманының торлаҡ шарттарын яҡшыртыу ҡарала 03.04.2015

Ошо маҡсатта республикаға федераль бюджеттан 1 мииллиард 600 миллион һумға яҡын аҡса  күсерелгән. Был турала бөгөн Республика Башлығы  Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығын билдәләүгә арналған ултырышта белдерҙе.  Сарала шулай уҡ  йәштәрҙә илһөйәрлек тойғоһо тәрбиәләү, эҙәрмәндәрҙең эшмәкәрлеге хаҡында ла һүҙ барҙы.  Башҡортостандан  120 меңдән ашыу кеше хәбәрһеҙ юғалған тип иҫәпләнә.

Закир Әсфәндиәров хаҡында хәтер китаптарында ла, архивтарҙа ла хәбәрһеҙ юғалған тигән мәғлүмәт һаҡлана. Яҡындары  һуғыш башланғас та фронтҡа юлланған яугирҙың  ҡайҙа ерләнеүен 70 йыл буйы таба алмай.  Ике йыл элек Әсфәндиәровтар  ярҙам һорап эҙәрмәндәр отрядына мөрәжәғәт итә. Улар  яугирҙың  яраланып ҡайтып Өфө госпиталендә вафат булыуын һәм Сергеев ҡәберлегендә ерләнеүен асыҡлай.
Киләсәктә  хәбәрһеҙ юғалған башҡа яугирҙарҙың яҙмышы асыҡланыр тип көтөлә.  Әле  архив мәғлүмәттәрен  һанлы форматҡа күсереү бара, ошо маҡсатта республикаға  иҫке документтар өсөн сканер алып ҡайтылған.  Рөстәм Хәмитов  эҙәрмәндәрҙең эшен юғары баһаланы. Йәштәрҙе был эшкә йәлеп итеү патриотик тәрбиә биреүҙең иң  һөҙөмтәле алымы, тине Республика Башлығы.
Әле Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығын билдәләү буйынса махсус штаб  асылған. Байрамға саҡырылған ветерандарҙы   транспорт менән тәьмин итеү, медицина хеҙмәтләндереүен ойоштороу буйынса эштәр алып барыла. Ветерандар әйтеүенсә, республика яу ҡаһармандарына иғтибар ҙур,  ошондай уҡ хөрмәткә  тылда эшләүселәр ҙә, һуғыш балалары ла лайыҡлы.
Әле Өфөлә тыл ҡаһармандарына һәйкәл ҡуйыу буйынса эш алып барыла. Шулай уҡ тарихи дата айҡанлы «Үлемһеҙ полк», «Хәтер вахтаһы», «Быуындар йөрәгендә хәтер һәм ғорурлы» кеүек күләмле марафондар, акциялар, байрам концерттары ойоштороласаҡ.  Бер ветеран да иғтибарҙан ситтә ҡалырға тейеш түгел тип билдәләнде ултырышта. Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығын билдәләгән мәлдә иһә ветерандарға  юбилей миҙалдары, аҡсалата түләүҙәр ҙә тапшырыласаҡ. Иң ҙур бүләк иһә торлаҡ сертификаттары.
Быйыл Башҡортостанда 1 мең 300 тирәһе яу һәм тыл ҡаһарманының, шулай уҡ уларға тиңләштерелгәндәрҙең торлаҡ шарттарын яҡшыртыу ҡаралған. Һуғышта ҡатнашыусылар фатир асҡысын 9 майға тиклеп аласаҡ. Әммә ултырышта билдәләнеүенсә, был һандар ғына аҙ. Республикала торлаҡҡа сиратта тағы 700-ҙән ашыу ветеран тора.
Рәмзиә Кәримова

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку