8 майҙа республика мәсеттәрендә Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙары рухына  доғалар уҡыласаҡ 04.05.2015

Сара йома намаҙынан һуң үткәрелә. Изге ғәмәл илебеҙ азатлығы өсөн йәнен аямаған батырҙар исемен мәңгеләштереү йәһәтенән башҡарыла. Әле райондарҙа уға әҙерлек  бара.  

Был исемдәр һәйкәлгә уйылып яҙылған, халыҡ бөйөк улдарын  оноторға тейеш түгел. Ә шулай ҙа, яу ҡырында ятып ҡалғандар иҫтәлеген мәңгеләштереү буйынса эштәр байтаҡ әле. Ҡаҙанғол ауылындағы һәйкәлгә уҡыусылар Хәтифйән Ғәлимйән улы һәм Рәшиҙә Ғәлимйән ҡыҙы менән килгән. Улар  таныш фамилияларҙы эҙләй. Һуғыш осоро балаһы Хәтифйән Сәлимйәнов исемлектәгеләрҙе яҡшы хәтерләй. Һәйкәлдә уларҙың  исем-шәрифтәре, аталарының исемдәренең баш хәрефе күрһәтелгән. Аҡһаҡал уларҙы тулы исемдәре менән әйтә, балалар дәфтәргә теркәй.  Хәтифәйән Ғәлимйәнов  күбеһен фронтҡа ла  оҙатып ҡалған.
Рәшиҙә Ғәлимйән ҡыҙы Шишмә районында тыуып үҫкән. Һуғыш яланында  бер туған өс ағаһы, атаһы ятып ҡалған.
Һуғыштың әсе еле ҡағылмаған бер генә  ғаилә лә юҡ. Уҡыусылар яугир олатайҙарын ололар һөйләүенсә сырамыта. Араларында был хаҡта белмәгәндәре лә бар.
Һәйкәлдәр тереләр өсөн тиҙәр. Киләсәк быуын  тарихи дөрөҫлөктө белергә тейеш. Йылдар үтеү менән һәйкәлдәрҙәге исемлектең тулы булмауы асыҡлана. Тарих пәрҙәһе артында ҡалған  ваҡиғаларҙы  тергеҙеү  эше  менән шөғөлләнеүселәрҙең береһе - Изге Яппар ауылында йәшәүсе Филүс Хәлиуллин. Ул ике туған олатаһына ҡағылышлы архив документтарын өйрәнгәндән һуң уның ике орденға лайыҡ булып та, төрлө сәбәптәр арҡаһында уға награда тапшырылмауын асыҡлай.
Бөйөк Ватан һуғышы ҡорбандарына бағышлап  8 майҙа республика  мәсеттәрендә  доғалар уҡыласаҡ. Изге эш журналист Гөлфиә Шәүәлиева башланғысында атҡарыла. Йәштәр үҙҙәренең еңеүселәр быуыны икәнен онотмаҫҡа бурыслы, ти ул.
Акция быйыл  башланып ҡына тора. Уға ҡушылырға теләүселәр 8 майҙа йәшәгән урыны буйынса мәсеткә килә ала. Уға тиклем Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан яҡынығыҙҙың  исем-фамилияһын, атаһының исемен асыҡларға  кәрәк. Был доға уҡыу шартына ярашлы.      
Рәмилә Исмәғилева

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика