8 июлдә Рәсәйҙә ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнө билдәләнә

8 июлдә Рәсәйҙә ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнө билдәләнә 08.07.2014

Беренсе тапҡыр был байрам беҙгә 2008 - Ғаилә йылында килеп инә. Йола буйынса был көндә ЗАГСТАР-ҙа айырылышыуһыҙ көн акциялары, күп балалы һәм 25 йылдан ашыу никахта торған ғаиләләрҙе тәбрикләү тантаналары үтә. Байрам саралары баш ҡаланың ял итеү урындарында ла ойошторола.

Беренсе тапҡыр был байрам беҙгә 2008 - Ғаилә йылында килеп инә. Йола буйынса был көндә ЗАГСТАР-ҙа айырылышыуһыҙ көн акциялары, күп балалы һәм 25 йылдан ашыу никахта торған ғаиләләрҙе тәбрикләү тантаналары үтә. Байрам саралары баш ҡаланың ял итеү урындарында ла ойошторола.

Рәсәй тарихында 2008-се, ғаилә йылынан билдәләнә башлаған мөхәббәт һәм тоғролоҡ байрамы Башҡортостанда ла иғтибарҙан ситтә ҡалмай. Өфөнөң Салауат Юлаев майҙаны бөгөн гөрләп тора. Бында байрам концерты, шулай уҡ төрлө күргәҙмәләр үтә. Билдәле булыуынса, ғаилә байрамының «Мөхәббәт һәм тоғролоҡ өсөн» иҫтәлекле миҙалы ла бар, уның символы - аҡ сәскә. Элек-электән был сәскә мөхәббәт билдәһе булараҡ иҫәпләнә. Бөгөн наградаға 25 йыл бергә йәшәгән Ғирфановтар лайыҡ булды.
Ғирфановтарҙан тыш бөгөн 50 йыл парлашып йәшәгән 8, һәм 75 йыл бергә татыу ғүмер иткән тағы 1 ғаилә иҫтәлекле миҙалға лайыҡ булды. Шулай уҡ хәҙерге заман йәштәрендә 8 июлдә никахҡа ингәндәр оҙаҡ һәм бәхетле ғүмер кисерәсәк тигән ышаныуҙар ҙа бар. Салауат Юлаев майҙанында үткән байрамдың иң ҡыҙыҡлы ваҡиғаһы, һис шикһеҙ, буласаҡ әсәләр флешмобы.
Бөгөнгө байам сиктәрендә Өфөлә тағы бер үҙенсәлекле сара ойошторола. Киске сәғәт 8-ҙә ҡаланың Спас ҡорамынан велоуҙыш старт ала. Велосипедсыларҙың финиш нөктәһе - баш ҡаланың Ленин исемендәге майҙаны.


Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку