70 йыл бергә!

70 йыл бергә! 11.11.2016

Өфөлә йәшәүсе Ольга менән Родион Лобановтар икенсе гәүһәр туйын билдәләне. Туҡһан йәшен тултырған бәхетле  парҙы яҡындары һәм ҡала хакимиәте вәкилдәре Өфөнөң Киров районы ЗАГС бүлегендә тантаналы рәүештә ҡотланы.

Родион Ольгаға  бер күреүҙән ғашиҡ була һәм был мөхәббәт 70 йылға һуҙыла. Икеһенең дә аталары яу ҡырында һәләк була. Ленинград фронтынан яраланып ҡайтҡан снайперсы егет менән ҡыҙ осраҡлы таныша. Ольга тире-күн галантерея фабрикаһында  буласаҡ тормош иптәшенең ағаһы менән бергә эшләгән. Ике йыл осрашҡандан һуң өйләнешергә ҡарар итәләр.  
Родион Лобанов, Бөйөк ватан һуғышы ветераны: «Беҙгә егерме бер йәш ине. Мин утыҙға тиклем дә  буйҙаҡ йөрөй алам, ә бына һиңә Ольга, бала табырға кәрәк. Әгәр  минең тыуған йортомда  бергә йәшәргә күнһәң, кейәүгә сыҡ, тинем. Ул шунда уҡ ризалашты».
Ольга Лобанова: «Кем иҙәндә, кем Родион  быйма баҫҡан һике өҫтөндә йоҡлай. Ирем  үҫкән өй 20 квадрат метрлыҡ ҡына ине. Үҙенән бәләкәй тағы ете туғаны һәм ҡәйнәм менән торҙоҡ. Айырым йорт һалһаҡ, игеҙәк табып бирәм тинем. Ысынлап та, өй төҙөп ингәйнек, игеҙ ҡыҙ менән малайыбыҙ тыуҙы».
Бер-береһенә булған   һөйөү  һуғыштан һуңғы йылдарҙағы аслыҡ-яланғаслыҡты үткәрергә ярҙам итә.  Родион Григорьевич  почтала контролер булып ә  Ольга Афанасьевна ҡулланыусылар кооперативында эшләй. Дүрт бала тәрбиәләп үҫтерәләр, ике йыл элек бер улдарын ерләгәндәр.
Татьяна Дачникова, ҡыҙҙары: «Атайыбыҙ спорт менән дуҫ. Һәр иртә һайын күнекмә эшләй. Оҙаҡ итеп урамда йәйәү йөрөргә ярата. Ата-әсәйебеҙ бер береһенә шул тиклем ихтирамлы, беҙгә лә һүҙ күтәреп өндәшкәндәре булманы».
Оҙаҡ йәшәүҙең сере - мөхәббәтле ғүмер итеүҙә тиҙәр. 70 йыл элек йөрәктәрендә ҡабынған  саф һөйөү хистәрен генә түгел, туй күлдәген дә ҡәҙерләп һаҡлағандар. Ул ваҡытта был күлдәк  затлы кейемдәрҙән һаналған.  
Бынан ете тиҫтә йыл элек булған туйҙа, бәлки,  Мендельсон маршы яңғырамағандыр ҙа. Икенсе гәүһәр туйҙа улар тағы кейәү менән кәләш. Йөрәктәрҙә шул уҡ саф һөйөү, ә сәстәргә салдар  ҡунған һәм  бәхетле парҙы  туй көнө менән ҡотларға 3 балаһы, 7 ейәне, 17 бүлә һәм бер бүләсәрҙәре  килгән!  Өфөнөң Киров районы ЗАГС-да уларҙы  ҡала хакимиәте вәкилдәре, йырсылар тәбрикләне. Ольга менән Родион Лобановтар ЗАГС-тың  почетлы ҡунаҡтары исемлегенә индерелде.  91 йәшлек кейәү менән 90 йәшлек кәләш туй вальсына өйрөлдө.  

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика