70 йәштә ЗАГС-ҡа! 12.05.2017

Бөгөн Өфөнөң Киров районында 50 йыл бергә ғүмер итеүсе ғаиләләр тәбрикләнде. Ярты быуатлыҡ ғүмер байрамдарын Фәриҙә менән Зөбәйер Зөлҡәрнәевтар билдәләне.

Зөбәйер Хөсәйен улы бынан илле йыл самаһы элек тәү күреүҙән ғашиҡ булған сағын бөгөнгөләй хәтерләй. Ул үҙе  - практика үтә, фотолағы йәш ҡыҙ - студент. Тәүге тапҡыр күрешеүгә ярты быуат үткән, әммә мөхәббәтле пар ниндәй кейемдә, ҡайһы паркта осрашыуҙарын кисәге кеүек иҫләй.
Икеһе лә етмеште уҙған, ә бөгөн улар йәш кәләш менән кейәүҙән һис тә ҡалышмай. Ҡала урамдары буйлап, Зөбәйер Хөсәйен улы тәү күрешеүгә алып килгән аҡ хризантемалар менән һөйгәнен һөйөндөрөргә ашыға.
Фәриҙә Әбделғәни ҡыҙын тормош иптәшенең ябайлығы әсир итә. Ныҡышмал, тырыш, икенсе яртыһынан һәр саҡ  ярҙам тойған уҙаман эшендә юғары уңыштарға өлгәшә. 70-се йылдарҙа Башҡортостан телевидениеһы тапшырыуҙары өсөн яуаплы вазифа башҡара.
Йәштәр кеүек бөгөн  улар тулҡынланып ЗАГС ишектәрен асты. Зөлҡәрнәевтарҙың тантаналы байрам хужалары булыуы 50 йыл элек биргән вәғәҙәләренә тоғро ҡалыуҙарын иҫбатлай ҙа инде.
Фәриҙә менән Зөбәйер Зөлҡәрнәевтарҙың тормош юлы күптәргә үрнәк. Ике ҡыҙ менән бер малайға ғүмер бүләк иткән бәхетле пар әле олатай- өләсәй ҡыуанысы күреп йәшәй.
Алтын юбилейҙарын билдәләгән Зөлҡәрнәевтар олоғайған көндә лә үҙҙәрен йәштәрсә тота. Юбиляр  ғаилә  ғүмерҙәренең был иҫтәлекле минуттарын да фотола сағылдырып ҡалырға ашыҡты.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика