30 мең һумлыҡ икмәк

30 мең һумлыҡ икмәк 06.08.2014

Өфөлә йәшәүсе Тимур Фазгиев баш ҡала кибеттәренең береһенән һатып алған икмәктән тараҡан таба. Кибет менән йыл ярым судлашҡандан һуң уға 30 мең һум күләмендә компенсация түләнә. Ҡулланыусылар хоҡуғына ярашлы, сифатһыҙ ризыҡ хаҡы, әхлаҡи компенсация суммаһына йоғонто яһамай. Иң мөһиме, кешенең аҙыҡ-түлектән күргән зыяны.

Тимур Фазгиев 2012 йылдың ноябрендә баш ҡала кибеттәренең береһендә һатып алынған икмәктә бөжәк таба. Егет шунда уҡ Рәсәй ҡулланыусылар хоҡуғын күҙәтеү хеҙмәтенә мөрәжәғәт итә. Ведомство магазинды административ яуаплылыҡҡа тарттыра.
Тимур Фазгиев, зыян күреүсе: «Икмәктә тараҡан тапҡас ҡыйын булды. Рәсәйҙә бөжәктәрҙе деликатес булараҡ ҡулланмайҙар бит. Адвокат менән кәңәшләшеп, судҡа мөрәжәғәт иттем».
Район суды егеткә әхлаҡи зыян өсөн икмәк һатылған кибеттән 3 мең һумлыҡ компенсация  түләтеү  тураһында  ҡарар сығара. Ләкин егет был сумма менән ҡәнәғәт булмай. Әхлаҡи зыян  күпкә ҙурыраҡ, тип  Юғары судҡа ғариза яҙа. Юғары суд егеттең талабын өлөшләтә ҡәнәғәтләндерә.
Игорь Ермолаев, адвокат: «Аҙыҡ-түлек етештереүселәр ҡулланыусылар тураһында уйларға тейеш. Йыш ҡына ойошмалар насар продукт етештереүен инҡар итә.  Улар өсөн сифат иң мөһиме булырға тейеш. Әгәр ҙә етештереүсе һатып алыусы менән башта уҡ уртаҡ тел таба алһа, эш судҡа тиклем барып етмәҫ ине».
Тимур Фазгиев һатып алған икмәкте етештереүселәр белдереүенсә,  ойошмала Рәсәй ҡулланыусылар хоҡуғын күҙәтеү хеҙмәте вәкилдәре ондан алып икмәктәргә тиклем тулыһынса тикшереү уҙғарған. Ләкин тикшереү барышында санитар нормаларҙы боҙоу осраҡтары теркәлмәгән. Шуға ла суд компенсацияны икмәк һатып алынған кибеттән түләтә.
Земфира Власова, ойошма директоры ярҙамсыһы: «Роспотребнадзор хеҙмәткәрҙәре  килтерелгән продукттарҙы, бар бүлектәрҙе тикшерҙе. Бер ниндәй ҙә ҡағиҙә боҙоу осрағы теркәлмәне».
Продукцияны һаҡлау, әҙерләү ҡағиҙәләре боҙола икән, ул ҡулланыуға яраҡһыҙ. Әммә намыҫһыҙ сауҙа хеҙмәткәрҙәре, ашнаҡсылар, табыш артынан ҡыуыусы эшҡыуарҙар йыш ҡына иҫкергән аҙыҡ-түлекте лә һатып ебәрә. Һөҙөмтәлә ҡулланыусы зыян күрә. Һатып алынған аҙыҡтың сифатһыҙ булыуын күргәс тә, уны фотоға төшөрөп, чек менән Роспотребнадзорға ғариза яҙырға кәрәк. Ҡулланыусылар хоҡуҡтары тураһында оноторға ярамай.  Сифатһыҙ йәки ҡулланыу ваҡыты сыҡҡан ризыҡ һатып алған осраҡта үҙ хоҡуҡтарыңды яҡлау мөһим.
Аймара Рәхимова

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика