26 октябрҙән Башҡортостан ҡышҡы ваҡытҡа күсә

26 октябрҙән Башҡортостан ҡышҡы ваҡытҡа күсә 23.10.2014

Ошо көндән Рәсәйҙә  ваҡытты яңыса иҫәпләү тәртибе ғәмәлгә инә. Росстандарт ойошмаһынан хәбәр итеүҙәренсә, урындағы ваҡыт менән төнгө икелә Рәсәй биләмәләрендә сәғәт телдәре бер сәғәткә артҡа күсерелә. Үҙгәреш Удмурт Республикаһы, Һамар һәм Кемеров өлкәләре, Камчатка крайы һәм Чукотка автономиялы округына ғына ҡағылмай. Байкал аръяғы крайы һәм Магадан өлкәһендә ваҡыт ике сәғәткә артҡа күсерелә.

Ошо йылдың 21 июлендә ҡабул ителгән 248-се Федераль законға ярашлы, был юлы ваҡытты күсереү илдә һуңғыһы тип иҫәпләнә һәм башҡаса ул үҙгәрмәй. Документҡа таянып, Рәсәйҙә сәғәт зоналары туғыҙҙан ун бергә тиклем арта. Был исемлектә Башҡортостан Пермь крайы, Ҡурған, Ырымбур, Свердловск, Төмән, Силәбе өлкәләре, Ханты-Манси һәм Ямал-Ненец автономиялы округтары менән бергә, Мәскәүҙе ике сәғәткә артта ҡалдырып, 4-се сәғәт зонаһына инә.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку