21 сентябрь - Урман хужалығы эшсәндәре көнө

21 сентябрь - Урман хужалығы эшсәндәре көнө 19.09.2014

Ошо уңайҙан республикала үҙенсәлекле акция старт алды. Уның сиктәрендә тармаҡ эшсәндәре уҡыусылар менән осраша. Районда шулай уҡ ағас үҫентеләре ултыртыу ҙа ойошторола.  

Күптән түгел ошондай сара Иглин районында ла үтте. Осрашыу урыны итеп райондың урман байлыҡтары уртаһында урынлашҡан Субаҡай һәм Түбәнге Ләмәҙ ауылдары һайланды. Түбәнге Ләмәҙ ауылы башлыса йүкә ағастары үҫкән урман менән сиктәш. Урман хужалығы етәкселәре әйтеүенсә, йәшел  байлыҡты һаҡлау һәм киләсәк быуынға тапшырыу төп мәсьәлә. Өлкәндәр тырышлығы менән балалар бәләкәйҙән тыуған тәбиғәтте һөйөп, уның ҡәҙерен белеп үҫә.
Урман хужалығын кадрҙар менән тәьмин итеү ҙә көнүҙәк мәсьәлә. Шуға ла акцияны ойоштороусылар  уҡыусыларға тармаҡ белгестәрен әҙерләүсе уҡыу йорттары менә таныштырҙы. Республика урман хужалығы министрлығы ярҙамында яҙмышын урман менән бәйләргә теләүселәргә уҡыу йорттарында бюджет урындар  бүленә.              

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку