2020 йылға тиклем Башҡортостанда 20 миллион квадрат метр торлаҡ файҙаланыуға тапшырылырға тейеш

2020 йылға тиклем Башҡортостанда 20 миллион квадрат метр торлаҡ файҙаланыуға тапшырылырға тейеш 02.08.2014

Был Өфө ҙурлыҡ яңы ҡала тигән һүҙ. Рөстәм Хәмитов республика төҙөүселәре алдына ошондай бурыс ҡуйҙы. Был ниәтте шәхси йорттар төҙөлөшөнән тыш тормошҡа ашырыу мөмкин түгеллеге билдәле. Шуға күрә аҙ ҡатлы йорттар күтәреү әүҙемләшергә тейеш. Бының өсөн республикала төрлө программалар эшләп килә. Һуңғы йылдарҙа «Йорт комплекты» исемле проект тормошҡа ашырыла башланы. Уға ярашлы, төрлө райондарҙа йәшәүсе меңдән ашыу кеше йорт туйлаған. Проекттың өҫтөнлөктәре һәм торлаҡ төҙөлөшөнә ҡағылышлы башҡа мәсьәләләр Дүртөйлө районында үткән семинарҙа өйрәнелде.

Иҫке Байыш ауылында йәшәүсе  Гөлсәсәк менән Йәүҙәт Вәлитовтар «Йорт комплекты» проектында ҡатнашыусы бәхетле ғаиләләрҙең береһе. Программа ярҙамында улар ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә хан һарайындай йорт төҙөп сыҡҡан. Бының өсөн уларға торлаҡҡа мохтажлыҡҡа сиратҡа баҫыу һәм ер юллап алыу ҙа еткән. Ә инде төҙөлөш өсөн уларға дәүләт ташламалы кредит биргән. Бынан тыш, ғаилә башлығына эшләгән хужалығы аҡсалата ла ярҙам күрһәткән.
Проект ярҙамында Вәлитовтар менән бергә Иҫке Байыш ауылында  тағы ла ун ғаилә төҙөнә. Киләсәктә улар йөҙҙән ашасаҡ. Программа сиктәрендә 5 процент менән генә бирелгән өс йөҙ мең һумлыҡ кредитты түләү әллә ни ауыр түгел, ти улар. Бынан тыш, урындағы хакимиәт тә төрлө яҡлап ярҙам күрһәтә. Дүртөйлө районының Өсбүлә ауылында ла аҙ ҡатлы йорттар төҙөлөшө программаларына ярашлы тотош урамдар барлыҡҡа килгән. Үҙ йортон төҙөргә теләүселәргә «Йорт комплекты» проекты ярайһы уҡ ҙур ярҙам, ти белгестәр.
Семинарҙа ҡатнашыусылар проект үтәлеше менән яҡындан таныша алды. Баҡтиһәң, уға ярашлы йорт хужалары ғына түгел, урындағы эшҡыуарҙар ҙа ота. Ағас менән шөғөлләнеүсе предприятиеларға заказдар бар, ә улар үҙ сиратында халыҡҡа ташламалы хаҡҡа бура бурай.
Әле «Йорт комплекты» проекты ярҙамында өс йөҙ өй файҙаланыуға тапшырылған. Йыл аҙағына тиклем тағы ла шул сама йорт күтәреү ҡаралған.
Аҙ ҡатлы йорттар төҙөлөшөн тағы йәнләндереү мәсьәләләре район үҙәгендә үткән кәңәшмәлә лә тикшерелде. Рөстәм Хәмитов әйтеүенсә, республика халҡы шәхси йорттар төҙөүгә өҫтөнлөк бирә. Республикала файҙаланыуға тапшырылған торлаҡтың 90 проценты аҙ ҡатлы. Беҙ был эште тағы ла әүҙемләштереү өсөн бар яҡлап та ярҙам итергә тейешбеҙ, тине төбәк етәксеһе. Рөстәм Хәмитов аҙ ҡатлы йорттар төҙөлөшөнә ҡамасаулаған бер нисә факттарҙы билдәләп үтте.
Икенсенән, аҙ ҡатлы торлаҡ төҙөр алдынан инфраструктураны ла хәстәрләү зарур. Юғиһә, йорттар һалып бер нисә йыл электр утһыҙ һәм газһыҙ ултырыусы ауылдар байтаҡ. Шулай уҡ урман алыу һәм сығарыу мәсьәләһе лә киҫкен тора. Рөстәм Хәмитов төҙөлөшкә ҡамасаулаған бар ҡатмарлыҡтарҙы ла хәл итеп «Йорт комплекты» проектын әүҙемләштереү бурысын ҡуйҙы. Шулай ҙа үҙаллы өйҙәр күтәреү практикаһынан индустриаль төҙөлөшкә күсергә кәрәклеген оноторға ярамай, тине Рөстәм Хәмитов.
Айнур Кәбиров

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика