2018 йылда Һамарҙа Халыҡтар дуҫлығы паркы барлыҡҡа киләсәк

2018 йылда Һамарҙа Халыҡтар дуҫлығы паркы барлыҡҡа киләсәк 21.09.2016

Унда 25 милләттең үткәне һәм бөгөнгөһө сағылыш аласаҡ, шул иҫәптән башҡорттарҙың айырым йорт-музейына нигеҙ һалына башлаған. Бинаны 55 квадрат метр майҙанда төҙөү күҙаллана. Унда картиналар галереяһы, ҡыҙыҡлы тарихи китаптар, милли кейем өлгөләре, боронғо тормош-көнкүреш әйберҙәре урынлаштырыласаҡ.

Ихата алдында эш ҡоралдары менән  таныштырыу ҙа ҡаралған. Парк проектының дөйөм майҙаны - 12 гектар, киләсәктә унда өлкәнең милли байрамдары ойоштороласаҡ. Туристарҙы йәлеп итер биләмәлә ял зоналары, милли аш-һыу ресторандары һәм конференц-зал төҙөү ҙә ҡарала. Был төбәктә йәшәүсе башҡорттар йорт-музейҙы эске һәм тышҡы яҡтан тулыландырыуҙа Башҡортостан етәкселегенең, бағыусыларҙың да ярҙамына ышана. Бөгөн Һамар ҡалаһы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Камила Сизякова Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы вәкилдәре менән осрашып, берҙәм эшмәкәрлек хаҡында фекер алышты. Әйткәндәй, Халыҡтар дуҫлығы паркы футбол буйынса донъя чемпионатына әҙерлек сиктәрендә булдырыла.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика