2015 йылда республиканың 78 мәғариф учреждениеһы инклюзив белем биреү системаһына ҡушылмаҡсы

2015 йылда республиканың 78 мәғариф учреждениеһы инклюзив белем биреү системаһына ҡушылмаҡсы 11.12.2014

Әле төбәктең 57 мәктәбендә инвалид балалар тиҫтерҙәре менән белем алыу мөмкинлегенә эйә.

Физик мөмкинлектәре сикле балаларҙың уңайлыҡтары пандустарға ғына ҡайтып ҡалмай. Республика Хөкүмәте ҡарамағындағы инвалидтар эштәре буйынса координация советы ултырышында билдәләнеүенсә, тәү сиратта йәмғиәттә инвалидтарға  дөрөҫ ҡараш тәрбиәләү мөһим. Был  йәһәттән уҡытыусыларҙың белемен камиллаштырыу, мәғариф учреждениеларында тәрбиәүи эш алып барыу  мотлаҡ үтәлергә тейешле талаптарҙың береһе. Бөгөн республика мәғариф учреждениеларында 34 мең инвалид бала белем ала.  
2015 йылда мөмкинлектәре сикләнгәндәргә  уңайлы мөхит тыуҙырыуға республикала 250 миллион һум күләмендә аҡса бүленәсәк. Был аҡсаға 140 социаль объектты инвалидтар өсөн уңайлы итеп йыһазландырыу күҙаллана. "Уңайлы мөхит" республика программаһына ярашлы, быйыл инвалидтарға яраҡлаштырылған 44 автобус алынған. Ҡала эсендә йөрөү өсөн тәғәйенләнгән маршруттар тиҙҙән мөмкинлектәре сикләнгән пассажирҙарҙы ла хеҙмәтләндерә башлаясаҡ.
Ленара Иванова, Башҡортостандың хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры: «Киләһе йылда республикала 100ҙән ашыу объект уңайлы мөхит прогаммаһында ҡатнашасаҡ. Уларҙы йыһазландырыуға айырыуса иғтибар бүленәсәк. Был әлбиттә пандустар ғына түгел, ә ишетеү, күреү һәләте сикле кешеләр өсөн дә уңайлыҡтар булдырыу. Магазин, дарыухана, кинотеатрҙар ҙа  инвалидтар өсөн асыҡ булырға тейеш».

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку