2015 йылда Өфөлә уҙасаҡ ШОС һәм БРИКС саммиттарын үткәреүгә 700-ҙән ашыу ирекмән йәлеп ителәсәк

2015 йылда Өфөлә уҙасаҡ ШОС һәм БРИКС саммиттарын үткәреүгә  700-ҙән ашыу ирекмән йәлеп ителәсәк 03.10.2014

Саммиттарға ирекмәндәр әҙерләүсе оператор - Рәсәй йәштәр союзының төбәк бүлексәһе махсус  уҡытыу программаһын әҙерләгән.  Ғаризалар ҡабул итеү һәм ирекмәндәрҙе артабан уҡытыу өсөн махсус сайт һәм социаль селтәрҙә төркөм эшләй.  Ил тарихындағы мөһим ваҡиғаға үҙ өлөшөн индерергә бер ай эсендә генә 7 меңдән ашыу кеше теләк белдергән. Ғаризалар ҡабул итеү 30 октябргә тиклем дауам итә. Сит ил ҡунаҡтарын ҡаршы алыусылар  инглиз, ҡытай, португал  телен белергә тейеш. 18 йәштән өлкәнерәк һәр кем ирекмән  була ала.  

Николай Фадеев, «Өфө-2015» ШОС һәм БРИКС офис-төркөмө директоры: «Ирекмәндәр ҡунаҡтарҙы   хөрмәтләп ҡаршы алырға, уларҙы баш ҡала менән таныштырырға һәм уларҙың һорауҙарына аныҡ ҡына яуаптар бирергә тейеш була. Улар аэропортта, ҡунаҡханаларҙа һәм Конгресс-холда эшләйәсәк».

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика