170 миллион һум ҡайҙа булған?

170 миллион һум ҡайҙа булған? 23.07.2014

Бөгөн контроль-иҫәп палатаһында "Йәшел сауҡалыҡ" шифаханаһындағы тикшереү йомғаҡтары иғлан ителде. Һөҙөмтәләр етәкселек өсөн аҡланырлыҡ түгел, шуғалырмы ултырыш бәхәслерәк килеп сыҡты.

Контроль-иҫәп палатаһындағы бындай ҡыҙыу бәхәс һис кенә лә ғәҙәти күренеш түгел. Етешһеҙлектәрҙе асыҡлаған аудиторҙар үҙҙәрен тыныс ҡына тота алмай. Шифахана етәксеһе аҡланырға тырыша.Асыҡланған етешһеҙлектәрҙән сәстәр үрә торорлоҡ. Тейешле лицензияһыҙ медицина хеҙмәттәре күрһәтелгән, ашханалағы аҙыҡ-түлектең пациенттарҙың сәләмәтлеге өсөн хәүефле икәнлеге билдәләнгән, шифаханала психотроп матдәләр һаҡланған, өҫтәүенә финанс эшмәкәрлек тә яҡшынан түгел. Елена Петрова, контроль-иҫәп палатаһы аудиторы: «Тикшереү барышында 170 миллион һумға финанс етешһеҙлектәр асыҡланған, был шифахана алған табыштың 40 проценты». Рәмил Бәҙретдинов шифахананы бөлгөнлөккә төшкән ерҙән күтәреп алдыҡ, тигән фекерҙә. Көрсөктө уңышлы үтеү өсөн өс йыл самаһы ваҡыт кәрәк. Әлеге мәлгә үк байтаҡ эштәр башҡарылған. Рәмил Бәҙретдинов, «Йәшел сауҡалыҡ» шифаханаһы етәксеһе: «10 яңы бүлектән торған дауалау-диагностика комплексы сафҡа инде. Шифахана яңыртылыды, ҡыҫҡаһы күп кенә эштәр башҡарылды». Ултырышта ҡатнашыусылар шифахана хеҙмәткәрҙәрен ҡыҫҡартыу сәбәптәрен дә аңлап еткермәй. Контроль-иҫәп палатаһы мәғлүмәттәренә ярашлы ике йыл ярым эсендә учреждение персоналы тулыһынса яңыртыла. Николай Никитин, Дәүләт йыйылышы-Ҡоролтай комитеты рәйесе: «Унда хәтәр эштәр ҡылынған. 2012 йыл эсендә 249 кеше, ә 2013 йылда 200 кеше эшенән бушатылған. Бер сәбәпһеҙ. Улар эсә торғайны тип аҡланалар, әммә был һүҙҙәрҙең дөрөҫлөккә тап килмәүе көн кеүек асыҡ». Рәмил Бәҙретдинов «Йәшел сауҡалыҡ»ҡа тиклем «Янғантау» шифаханаһы менән етәкселек итеүе лә билдәле. Бында ҡылынған эштәре буйынса яңыраҡ Салауат районы суды уға шартлы рәүештә хөкөм ҡарары сығарҙы. Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан белдереүҙәренсә, был күренештәрҙе иҫәпкә алып әле Рәмил Бәҙретдинов менән хеҙмәт килешеүен өҙөү тураһында ҡарар әҙерләнә. Контроль-иҫәп палатаһының сираттағы тикшереү һөҙөмтәләре буйынса мәғлүмәт хоҡуҡ һаҡлау органдарына тапшырыласаҡ.


Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку