14 сентябрҙә үтәсәк Берҙәм тауыш биреү көнөнә ике аҙна самаһы ваҡыт ҡалды

14 сентябрҙә үтәсәк Берҙәм тауыш биреү көнөнә ике аҙна самаһы ваҡыт ҡалды 28.08.2014

Был көндө Башҡортостандың күп участкаларында бюллетендәрҙе эшкәртеү комплекстары ҡулланыла.  

Заманса ҡорамалдар менән эш итергә өйрәтеү өсөн Өфөгә төбәктәрҙәге һайлау комиссиялары вәкилдәре саҡырылды. Улар бер нисә көн дауамында  тауыштарҙы иҫәпләүҙең техник саралары менән яҡындан таныша. Бюллетендәрҙе эшкәртеү комплекстары  тәүге тапҡыр  2003 йылда Дәүләт Думаһына уҙған һайлауҙарҙа ҡулланылғайны. Бындай ҡорамалдар һайлау комиссиялары ағзаларының эшен күпкә еңеләйтергә ярҙам итә. Әйткәндәй, бюллетендәрҙе эшкәртеү комплексы ҡуйылған участкаларҙа һайлаусылар һаны 500-ҙән дә кәм булмаҫҡа тейеш. Ғафури районынан килгән  Венера Ҡунафина әйтеүенсә, Берҙәм тауыш биреү көнөндә Сәйетбаба ауылында ике һайлау участкаһы эшләйәсәк.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку