112-се Башҡорт кавалерия дивизияһынан сыҡҡан Советтар Союзы Геройҙарының береһе - Федоровка районында тыуып үҫкән Ғәбит Абдулла улы Әхмәров

112-се Башҡорт кавалерия дивизияһынан сыҡҡан Советтар Союзы  Геройҙарының береһе - Федоровка районында тыуып үҫкән Ғәбит Абдулла улы Әхмәров 02.05.2015

Геройҙың арабыҙҙан китеүенә 20 йылға яҡын ваҡыт үтһә лә, яҡташтары һәм туғандары уның иҫтәлеген ҡәҙерләп һаҡлай. Күптән түгел беҙҙең ижади төркөм дә геройҙың ҡыҙы Замира Лукьянова менән бергә, Ашҡаҙар буйы батырының йәшлек юлдарын байҡаны.

Советтар Союзы Геройы Ғәбит Әхмәровтың ҡыҙы Замира Лукьянованың яҡташтары менән осрашҡанда тәүге һүҙе һәр ваҡыт атаһы хаҡында. Был яҡтарҙа батыр исемен белмәгән кеше юҡ. Шуға ҡарамаҫтан, уның ҡаһарманлығы, гүзәл кешелек сифаттары тураһында һәр кем сәғәттәр буйы һөйләргә һәм тыңларға әҙер.
Герой ғүмер иткән төйәктә уның исемен мәңгеләштереү өсөн күп эшләнә. Районда йыл һайын Ватанды һаҡлаусылар көнөндә  Советтар Союзы Геройы Ғәбит Әхмәров исемендәге кубокка милли көрәш буйынса ярыштар уҙғарыу ҙа күптән инде күркәм йолаға әүерелгән.  
Ғәҙәттә батыр иҫтәлегенә спорт ярыштары уның тыуған ауылы Оло Сытырман мәктәбендә үтә. Геройҙың вафатынан һуң мәктәп алдында уның бюсы ла ҡуйылған. Ә мәктәптең үҙендә герой исемендәге музей бар. Бында геройҙың бала сағы, яу юлдары һәм һуғыштан һуңғы тормошо, ғаиләһе тураһында бай мәғлүмәт тупланған.    
Яҡындары һәм туғандары хәтерендә Ғәбит Әхмәров  ҡурҡыу белмәҫ кеше булып ҡалған. Ошо ҡыйыу сифаты арҡаһында ул Воронеж яландарынан Днепрғаса данлыҡлы яу юлы үтә. Йыш ҡына дошман менән күҙгә-күҙ ҡарашып бер үҙенә алышырға тура килә. 22 йәшлек егеттең күкрәген бер -бер артлы «Батырлыҡ өсөн» миҙалы , бик күп ордендар һәм 1944 йылда Герой йондоҙо биҙәй. Был шатлыҡты ла герой менән иң тәүҙә яҡташтары уртаҡлаша.        
Стенд-ап.  1944 йылдың февралендә Советтар Союзы Геройы исеме алғас, гвардия өлкән сержанты Ғәбит Әхмәровҡа тыуған яғына бер аҙналыҡ ял бирелә. Герой менән осрашыу тантанаһы тап ошо урында, йәғни иҫке мәктәп бинаһы янында үтә. Тирә-яҡтан геройҙы күрергә тип, халыҡ йәйәүләп һәм ат менән дә килеп етә. Яҡташтары Ғәбит Әхмәровты «ура» ҡысҡырып алҡышлай.    
Хәҙер инде Бала Сытырман ауылында геройҙы ҡаршы алған урам уның исемен йөрөтә. Ауылға ингән урында ҡуйылған заманса банер ҙа һәр кемде герой еренә аяҡ баҫыуы тураһында иҫкәртеп тора.
Ғәбит Әхмәровтың һуғыштан һуң йәшәгән йорто шулай уҡ  Бала Сытырман ауылының изге урыны. Әлеге ваҡытта бында ғаиләһе менән геройҙың кесе улы йәшәй. Ҡасандыр атай-әсәй һүҙе яңғыраған төп йортҡа туғандар йыш йыйыла.  
Герой улдары һәм ҡыҙҙарының, бер-береһенә һәм яҡташтарына әйтер һүҙҙәре бик күп әле. Егерме лә ике йәшендә батыр булған ҡаһарман аталары хаҡында, әлбиттә.
Гөлдәриә Йосопова


Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку