1 ғинуарҙан күп балалы һәм аҙ тәьмин ителгән, мөмкинлектәре сикләнгән бала тәрбиәләүсе ғаиләләргә социаль түләүҙәр күләме арта

1 ғинуарҙан күп балалы һәм аҙ тәьмин ителгән, мөмкинлектәре сикләнгән бала тәрбиәләүсе ғаиләләргә социаль түләүҙәр күләме арта 29.12.2015

2016 йылдан ошондай ғаиләләрҙең хоҡуғын яҡлаусы закондарға үҙгәрештәр инә. Мөмкинлеге сикләнгән бала аҫыраусы ғаиләгә пособие күләме 3 меңдән алты меңгә тиклем, уллыҡҡа алыусы ғаиләгә 12 мең һумға тиклем арта.

Шулай уҡ «Башҡортостанда  күп балалы ғаиләләргә дәүләт ярҙамы» законына ла төҙәтмәләр  индерелә. Ауылда йәшәүсе 4 һәм унан да күберәк бәлиғ булмаған бала тәрбиәләүсе ғаиләләргә коммуналь түләүҙәр өсөн айлыҡ компенсация биреү шарттары үҙгәрә.
Зөлфиә Ғәбделхаҡова, Башҡортостандың хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы хеҙмәткәре: «Күп балалы ғаиләләргә  был түләүҙәрҙе алыу өсөн  республика халыҡҡа ярҙам күрһәтеү үҙәге филиалдарына мөрәжәғәт итергә кәрәк».

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку