Һәйкәлдәрҙә - батырҙар исемдәре

Һәйкәлдәрҙә - батырҙар исемдәре 04.05.2015

Миәкә районының Оло Кәркәле ауылынан  фронтҡа 485 кеше китә, уларҙың 230 ғына тыуған яғына кире әйләнеп ҡайта. Яугирҙарҙың яҡташтары тарихи ваҡиғаларҙы онотмай. Оло Кәркәлелә һуғышта һәләк булғандар һәм тыуған яғына Еңеү менән ҡайтҡандар иҫтәлегенә мемориаль комплекс асылды.  

90 йәшкә еткән уҙаманды Еңеү байрамы менән ҡотларға бөтә  балалары йыйылған. Миңлегәрәй Әхмәтшин ил тыныслығы өсөн көрәшкә ун һигеҙ йәшендә сыға. Фронтта  ике тапҡыр ҡаты яралана. Ҡәһәрле һуғыш ҡалдырған яралар әле лә уңалмай, ти ул.
Үҫеп килгән быуын яҡташ геройҙарын белергә тейеш. Ветеран тыуған ауылы - Оло Кәркәлелә һуғыш яугирҙары иҫтәлегенә обелиск асыу тантанаһында оло теләк менән ҡатнашты.  Бынан Бер йыл элек мемориал ҡуйыу тәҡдиме менән яҡташтары, Башҡортостандың Дәүләт йыйылышы - Ҡоролтай депутаты Айҙар Ғәлимов сығыш яһай. Ҡыҫҡа ваҡыт эсендә депутаттың идеяһы тормошҡ аша.  
Бер ауылдан ғына 485 һалдат. Уларҙың күбеһе һуғышта һәләк була, хәбәрһеҙ юғалғандары ла бар... Оло Кәркәлеләр батыр яҡташтарын онотмай -  уларҙың яу юлдары хаҡында мәғлүмәт йыя. Обелискты асыу тантанаһында "Үлемһеҙ полк" акцияһы үтеүе лә - быға асыҡ миҫал.
Обелискта  һынландырылған ете ҡаяла Оло Кәркәле һәм күрше ауылдарҙан фронтта ҡатнашҡан яугирҙар исемлеге, шағир Рафаэль Сафиндың "Ҡыр ҡаҙҙары" шиғырынан юлдар уйылған. Мөһабәт композиция үҙәгендә һалдат каскаһы. Былтыр уны  Башҡортостан эҙәрмәндәре Курск дуғаһы өсөн алыштар барған ерҙән табып алып ҡайта.
Дәһшәтле йылдарҙа Миәкә районынан  12 меңгә яҡын ир-егет һалдат бутҡаһын тәмләгән. Әлеге ваҡытта уларҙың 27-һе генә иҫән. Байрам көндәрендә уларҙың береһе лә иғтибарҙан ситтә ҡалмай. Һәр тантананы яу йылдары иҫтәлеге булған  хәрби ашханалар ҙа биҙәй.  
Быйыл Оло Кәркәлелә Бөйөк Еңеүҙең етмеш йыллығын тик бер генә ветеран ҡаршылай. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был күренеш күпселек ауылдарҙа күҙәтелә. Тыныслыҡ һәм бәхетле тормош өсөн көрәшкән яугирҙар һаны йылдан-йыл кәмей бара.
Гөлназ Хәйбуллина

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика