Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығы «Батырлыҡ йондоҙсоғо» фестивале еңеүселәрен бүләкләне

 Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығы «Батырлыҡ йондоҙсоғо» фестивале еңеүселәрен бүләкләне 14.10.2014

Быйыл «Герой бала» номинацияһын Межгорье ҡалаһында йәшәүсе  Семен Шматко яуланы.

Ул батып барыусы 12 йәшлек малайҙы ҡотҡара. Шуныһы ҡыҙыҡ: геройҙың үҙенә лә ни бары 10 ғына йәш. Иң яҡшы телевизион проект номинацияһы Башҡортостан юлдаш телевидениеһының «Барыҫ саҡырыуы» тапшырыуына бирелде. Авторҙар телевизор ҡараусыларға үҙеңде төрлө ғәҙәттән тыш хәлдәрҙә нисек тоторға кәрәклеген өйрәтеүҙе маҡсат итеп ҡуя.

Гүзәл Хәмитова, тапшырыуҙың авторы һәм етәксеһе: «Мәҫәлән, Әбйәлилдәге ташҡындан һуң күп кеше шылтыратып, хат аша рәхмәтен белдерҙе. Нисек өйрәттегеҙ, тап шулай эшләнек, тиҙәр».

Гүзәл Хәмитованың «Эҙәрмән» проекты ла ҙур баһа алды. Тапшырыуҙың киләһе миҙгеле Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары буйынса федераль агентлығының грантына лайыҡ булды. Яңы концепцияға ярашлы, тапшырыуға етем балалар йәлеп ителәсәк. Башҡортостандың туристик маршруттары ата-әсә тәрбиәһенән мәхрүм үҫмерҙәр менән берлектә өйрәнеләсәк. Был балаларға йәмғиәткә яраҡлашыу, үҙҙәре өсөн яңы асыштар яһау мөмкинлеген бирер тип көтөлә.


Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку