Өҙәрем юл кешеләре

Өҙәрем юл кешеләре 12.05.2015

Салауат районының Көҫәпәй ауылы халҡы юлһыҙ интегә. Ауылға юл бынан егерме йыл элек һалына башлаған, әммә эш тамамланмаған. Йыл әйләнәһенә халыҡ ауылдан сыға алмай интегә. Ҡыш улар  боҙ аша йөрөй, ә яҙлы-көҙлө аҫылмалы күперҙән... Өс йөҙгә яҡын  кеше йәшәгән  ауылға ни өсөн иғтибар юҡ?

Көҫәпәй ауылы халҡы өсөн Йүрүҙән йылғаһындағы аҫылмалы күпер - тормош юлы. Һатыусы Зөһрә Мөхәмәҙиева  йәшниктәр менән  аҙыҡ-түлекте уның аша ташый. Тормош иптәше менән шулай  ун йылдан ашыу ауылды кәрәк-яраҡ менән тәьмин итәләр. Күпер иҫкергән,таҡталары  серегән. Район үҙәгенән килеүселәр ҙә  арғы яҡҡа   машинаһын ҡалдырып сыға.
Күперҙе сыҡҡандан һуң  да ауылға еңел генә барып етеп булмай. Беҙҙе  Нил Динисламов халыҡ телендә «буханка» тип йөрөтөлгән машинаһына ултыртып алды. Ул бында иң кәрәкле кеше, ҡотҡарыусы тиһәң дә була. Был төбәктә  затлы машиналарҙа йөрөрлөк түгел.
Ауылда туҡталып тормай Нил Динисламов менән артабан  юлланабыҙ. Көҫәпәй ауылын  утрауҙа   ҡалдырып   Йүрүҙәндән тыш тағы Бужый, Муҡша йылғалары аға.  Халыҡ  район үҙәгенә автомобилдә  ошо бәләкәй йылғалар аша  сығып йөрөй. Яҙ уларҙың һыуы таша.  
Машина яланға килеп сыға. Водитель әйтеүенсә, беҙ  баҫыуҙан түгел, ә юлдан барабыҙ. Ер өҫтөнән  ярты метр самаһы күтәртелгән юлды сүп үләндәре баҫҡан. Уның юл икәнен төҫмөрләү ҙә ауыр. Бынан  егерме йыл элек һалына башлаған юл хәҙер ошондай хәлдә.  Алда ул  ниндәйҙер ҙур стенаға барып төртөлә. Баҡһаң, ул стена түгел, ә күпер икән..
Күпер ауыл яҙмышына ҡул һелтәп ҡарауға  һәйкәл булып тора. Ә халыҡ  район үҙәгенә  йылғаны кисеп сыға. Бында ла «Нива» машинаһы ғына үтә ала.  
Аҫылмалы күпер, Һәйкәл- күпер, уларҙың бында ниндәйе генә юҡ. Тағы ла берәү бар әле. Уныһы - халыҡ көсө менән эшләнгән. Район үҙәгенә кешеләр шуныһы аша сығып йөрөй. Тик быйыл көслө  ташҡын  уның йыуан торбаларын урынынан шылдырған. Машина үтеп сығырлыҡ түгел. Күперҙе  йүнәтеү өсөн бер йөк ҡырсынташ килтергән булдылар.  
102 миллион. Республика бюджеты өсөн әллә ни күп тә түгелдер. Мең дә бер бәлә менән көн итеүсе ауыл яҙмышына    иғтибар итерҙәрме? Өҙәрем юл кешеләре һаман да өмөт итә.
Рәмилә Исмәғилева

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку