Һәр кем Яңы йылдан серле бүләк һәм мөғжизә көтә

Һәр кем Яңы йылдан серле бүләк һәм мөғжизә көтә 31.12.2015

Кремль куранттары һуҡҡанда 100 миллион Яңы йыл теләге әйтелә. Владивостоктан алып Мурманск ҡалаһына тиклем 300 мең тонна оливье салаты ашала. 8 мең кеше байрамды самолетта ҡаршылай, яңы йыл төнөндә 15 мең бала ярала. Нисек кенә булмаһын, өлкәндәрҙең дә, бала-сағаның Яңы йыл - ғаилә байрамы булып ҡала.

Стәрлетамаҡта йәшәүсе Ләйсән Латипова ла Яңы йылдан мөғжизә, тылсым көтә. Уҡыу алдынғыһы Ҡыш бабайға  теләктәре менән хат ебәрә. Йомарт бабай йыл һайын ҡыҙға мул күстәнәстәр, бүләктәр бирә.
Ләйсәндең әсәһе Раушаниә Миңлебарый ҡыҙы балалар баҡсаһында тәрбиәсе булып эшләй. Бала-сағаға шатлыҡ өләшеүсе ханым Яңы йылға изге теләктәрҙә ҡала:
Ғафури районы Красноусол ҡасабаһында ла йомарт һәм изге күңелле Ҡыш бабай бар. Искәндәр Ҡәҙерғоловты ла ул йыл һайын ҡотларға ашҡынып килә.
Искәндәр икенсе сиректе яҡшы тамамлаған. Мәктәпкә барғансы яҙырға, уҡырға өйрәнгән .Үҙ теләктәрен Ҡыш бабайға хат аша хәбәр иткән. Һыуыҡ бабай уның теләктәрен иҫәпкә алып ҡосаҡ тулы бүләктәр менән килгән. Ул Ҡыш бабайға  һөнәрҙәрен дә күрһәтте.
Шыршы байрамына Искәндәрҙең туғандары ла килә. Йомарт малай Яңы йыл күстәнәстәренән уларға ла өлөш сығара.    
Маймыл йылы барлыҡ ғаиләләргә лә шатлыҡ-ҡыуаныстар, уңыштар, һаулыҡ алып килһен. Йөҙҙәрҙән йылмайыу китмәһен ,Яңы йылға беренсе аҙым изгелек һәм йомартлыҡ булһын.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку