«Үлемһеҙ полк» акцияһында быйыл 24 меңгә яҡын кеше ҡатнашыр тип көтөлә

«Үлемһеҙ полк» акцияһында быйыл 24 меңгә яҡын кеше ҡатнашыр  тип көтөлә 06.05.2016

Әле күләмле сараға әҙерлек бара. Колонна 9 май иртәнге сәғәт 11-ҙә  Дәүләт циркы туҡталышынан ҡуҙғала. Акцияла  теләге булған һәр кем ҡатнаша ала.

Баш ҡаланың 93-сө мәктәбендә уҡыусылар үҙ батырҙарының портреттарын әҙерләй. Уларҙы балалар 9 майҙа ҡулдарына тотоп сығасаҡ. Рәсәйҙә һуғыш ҡағылмаған ғаилә юҡ. Илебеҙ иң ҙур юғалтыуҙар кисергән дәүләт. Ҡорбандар һаны 20 миллиондан ашыу. Мәктәп уҡыусылары олаталарының батырлығын яҡшы аңлай.
Ксения Николайченко, Өфөнөң 93-се урта мәктәбе уҡыусыһы: «Олатайым Ҡужагилдин Шакир Кәримович һәм уның ике яҡташын фронт һыҙығына ҡорал килтергән мәлдә фашистар утҡа тота. Тиңһеҙ алышта ул вафат була».
Илебеҙҙә һәр ғаиләнең үҙ батыры. Башҡаса мөмкин түгел. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында һәр кемдең шәхси ҡаһарманлығы арҡаһында фашист илбаҫарҙары дөмөктөрөлдө. Шуға ла ваҡыт үтеү менән һарғая төшкән фоторәсемдәр һәр йортта иң ҡәҙерле әйбер.
Матвей Лузанин, Өфөнөң 93-сө урта мәктәбе уҡыусыһы: «Минең олатайым армияға 16 йәшендә киткән. Шәхси мәғлүмәттәрен үҙгәртеп үҙ теләге менән Ватан һығана баҫҡан».
Бынан 4 йыл самаһы элек Томск ҡалаһында башланып киткән сараға 2014 йылда Белорет халҡы ҡушыла. Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығында иһә тотош Башҡортостан акцияла ҡатнаша. Өфөлә генә 20 меңгә яҡын кеше яугир-яҡындарының портреттарын күтәреп урамға сыға.
Йылдан-йыл шанлы йылдарҙың тере шаһиттары кәмей бара. Шул уҡ ваҡытта Бөйөк еңеүҙең әһәмиәтен йәш быуынға аңлатып үҫтереү мөһим. Үлемһеҙ полк акцияһы үткәндәргә ихтирам ғына түгел, ул бөгөнгөбөҙ һәм киләсәгебеҙ өсөн кәрәк. Һәр ғаиләнең яҙмышына йоғонто яһаған дәһшәтле йылдарҙы йәштәр оноторға тейеш түгел.


Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика