Өфөлә халыҡ-ара оло йәштәгеләр көнө айҡанлы үҙенсәлекле күргәҙмә асылды

 Өфөлә  халыҡ-ара оло йәштәгеләр көнө айҡанлы үҙенсәлекле күргәҙмә асылды 02.10.2014

Биш тиҫтәне ваҡлағандан һуң тормош яңы ғына башлана, ти сараны ойоштороусылар. Күргәҙмәлә был хәҡиҡәт аныҡ миҫалдар менән дәлилләнгән.  Шулай уҡ  бында  медицина  яңылыҡтары менән танышырға ла,  дауалау курстары алырға ла мөмкин.

Гөлсирә Хәйнасова Өфөгә Межгорье ҡалаһынан килгән. 64 йәшкә аяҡ баҫҡан ханым йыш ҡына йөрәк сәнсеүгә, башы ауыртыуға зарлана. Табиптарға эләгеүе ҡатмарлы, бында бер юлы тулы медицина тикшереүе үтергә мөмкин, ти ул.

Күргәҙмә сиктәрендә экг, мамография үтергә, күҙҙе тикшертергә, ҡан баҫымын үлсәтергә, хатта ҡан тапшырып, шәкәр кимәлен белергә лә мөмкин. Ошонда уҡ табиптар менән кәңәшләшергә лә була. Күргәҙмәгә шулай уҡ яңы медицина ҡорамалдары ҡуйылған. Сарала өлкән йәштәгеләргә кәрәкле препараттарҙы, дарыуҙарҙы арзаныраҡ хаҡ буйынса алыу мөмкинлеге лә бар. Республика шифаханалары иһә ташлама менән юлламалар тәҡдим итә. Күргәҙмәгә килеүселәр ижади һәләттәрен дә һынап ҡараны. Улар бокалдарға һүрәт төшөрөп, теләктәрен яҙып бүләк эшләне.

Күргәҙмәлә өлкән йәштәгеләр үҙҙәренең ҡул эштәрен дә һатты. Сараның төп биҙәге - фотоһүрәттәр күргәҙмәһе. Икенсе ҡатта республиканың йөҙөк ҡашы булған билдәле ҡатын-ҡыҙҙарҙың фотоларынан экспозиция әҙерләнгән. Улар араһында күренекле сәхнә оҫталарын да, сәйәсмәндәрҙе лә, спортсыларҙы ла, йәмәғәт эшмәкәрҙәрен дә, әҙибәләрҙе лә күрергә мөмкин.

«50 плюс» күргәҙмәһе 4 октябргә тиклем эшләй. Иртәгә хаҡлы ялдағылар шахмат буйынса турнирҙа һынау тота. Үҙешмәкәр сәнғәтте яратыусылар өсөн ҡала мәҙәниәт йортонда Гала-концерт үтә. Ойоштороусылар әйтеүенсә, оло йәштәгеләр үҙҙәрен йәмғиәттең тулы хоҡуҡлы ағзаһы итеп тойорға тейеш.

Рәмзиә Кәримова


Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку