«Өфө – Аэропорт» йүнәлешендәге Чесноковка ауылында боролмалы юлдар төҙөлөп бөтөп килә

«Өфө – Аэропорт»  йүнәлешендәге  Чесноковка ауылында боролмалы юлдар төҙөлөп бөтөп килә 23.09.2014

Уның тәүге этабында ваҡытлыса хәрәкәт рөхсәт ителде.

Чесноковкаға боролған ерҙә элек ябай светофорҙың да булмауы водителдәргә оло бер ҡыйынлыҡ ине.

Александр Санкин, 30-сы күпер төҙөү отрядының участка етәксеһе: «Бына ул Чесноковка киҫелешендәге яңы юлдар. Йәйен дә, ҡышын да бер ниндәй ҙә транспорт тығыны булмаҫ, кешеләр рәхмәтле булыр тип уйлайым».

Ниһайәт, бына ул, күптән көтөлгән уңайлыҡтар. Дөйөм телдә «развязка» тип йөрөтөлгән боролмалы юл саты тиҙҙән транспортты тулы ҡеүәткә үткәрә башлаясаҡ.

Аэропорт юлы өҫтөнән, Бәрҫеүән йылғаһы һәм тимер юл аша күпер төҙөлдө. Көньяҡтан килеп уңға, йәғни Чесноковкаға боролоу юлын эшләү өсөн объекттың был яғын ҡулланып торорға ҡарар ителде. Яңы юл асылып бер минут та үтмәне, тәүге машиналар күренде.

Өфөнән Чесноковкаға, Чесноковканан Өфөгә барыу өсөн яңы юл асыҡ. Тимәк, төҙөлөштөң тәүге этабы тамам. Ә инде аэропорт яғынан Чесноковкаға боролоу юлы октябрь айында әҙер буласаҡ.

Аҙаҡтан һуң булыр типтер инде, Зубово ауылынан килеп, туҡталышҡа юл аша сығыусылар үтенес белдерә. Үтә лә бейек баҫҡыстан күтәрелергә йә төшөргә тура килә икән уларға. Беҙ инде үҙ сиратыбыҙҙа ошо үтенесте эфир аша еткерергә вәғәҙә иттек. Ни тиһәң дә, заманса технологиялар заманы бит, бәлки, етәкселәр ишетер...

Р.Миндияров


Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку