Үҙ-үҙеңә ҡул һалыумы, әллә ауыр енәйәтме?

Үҙ-үҙеңә ҡул һалыумы, әллә ауыр енәйәтме? 27.10.2014

Тәфтиш комитеты Өфөләге берҙән-бер «Изгелек» приюты етәксеһе Земфира Ғәлләмованың үлем сәбәптәрен тикшерә. Ҡатындың таныштары суицид осрағын инҡар итә. Халыҡ был хәлде күптән түгел ошо уҡ Черниковка биҫтәһендә теркәлгән ваҡиғаға бәйләй. Ул ваҡытта берәҙәк эттәр тарафынан ғәрипләнгән бала кәүҙәһе табыла.

Евгения Готовец «Изгелек» приютындағы башҡа хеҙмәткәрҙәр кеүек үк үҙ теләге менән хайуандар ҡарай. Һөнәре буйынса мал табибы. Шуға ла төп яуаплылыҡ уның иңенә төшә. Приют етәксеһенең ошондай аҙымға барыуына ул әле булһа ышана бөтә алмай. Кемдер быға булышлыҡ иткән, ти ул.
Евгения Готовец, мал табибы: «Ихтыяр көсө булған кешенең шундай аҙымға барыуына шикләнәм. Сөнки бынан бер-ике көн элек ул приюттың киләсәге хаҡында пландары менән бүлеште. Эттәрҙе стерилләштереү кеүек мәсьәләләрҙе күтәрҙе».
Земфира Ғәлләмова элмәккә эленгән килеш Новоалександровка ауылының ташландыҡ биналарының береһендә табыла. Уның кәүҙәһенә ошо уҡ приют хеҙмәткәрҙәре юлыға. Муниципаль милекте ҡуртымға алып ул эттәр өсөн йорт булдыра. Һәр эткә ҡушамат биреп, дауалай. Хайуандарҙы юҡ итеүселәргә ҡаршы көрәшә. «Изгелек» приютында әлеге ваҡытта 300-гә яҡын эт йәшәй. Йәнлек-хайуандарҙы яҡлаусылар әйтеүенсә, приют ябылмаясаҡ һәм ҡәҙимге режимда эшләйәсәк. Әллә нисәмә йылдар буйына буш торған биналар тап Земфира Ғәлләмова тырышлығында дүрт аяҡлы хайуандар өсөн махсуслаша.
Светлана Абрамова, Рәсәй Тәфтиш комитетының Башҡортостан буйынса идаралығы етәксеһенең өлкән ярҙамсыһы: «Осраҡ буйынса әле суицид эҙемтәләре асыҡлана. Ваҡиға урынында тикшереү эштәре дауам итә. Эш суд-мед экспертизаһы белгестәренә тапшырылған. Үлем сәбәптәре асыҡланғас, тейешле ҡарар ҡабул ителәсәк».
Хайуандарҙы яҡлаусылар иһә бынан ике аҙна элек теркәлгән ваҡиғаны иҫтәренә төшөрөп, ҡатынға суицид сәбәпсе булыуына шикләнеп ҡарай. Ул ваҡытта ошо уҡ Черниковка биҫтәһендә бала кәүҙәһе табыла. Яҡынса мәғлүмәттәргә ярашлы, малайға берәҙәк эттәр ташланған. Бәхетһеҙлеккә бәйле, ҡалала хужаһыҙ хайуандар күпләп юҡ ителә башлай. Ә быға тиклем, быйыл эттәрҙе аулау бөтөнләй ойошторолмай. Земфираның таныштары әйтеүенсә, уға туранан тура янауҙар булған, имеш.
Татьяна Максимова, «Изгелек» приюты волонтеры: «Йәнлек-хайуандарҙы яҡлаусыларға ҡарата ошо хәлдән һуң ғәйепләп янай башланылар. Йәнәһе лә, берәҙәк эттәрҙең артыуына беҙ сәбәпсе. Хайуандарҙы үлтереү хоҡуҡи һәм әхләҡи нормаларға бөтөнләй тап килмәй. Үҙҙәрен «догхантер» тип таныштырған кешеләрҙең эшмәкәрлегенә юл ҡуймаясаҡмын! Сөнки беҙ был хайуандарҙы эйәләштергәнбеҙ, тап беҙ яуаплыбыҙ ҙа! Шуны онотмаҫҡа кәрәк!»
Догхантер - ул хайуандарҙы яҡлаусы волонтерҙарҙың ҡапма-ҡаршыһы. Улар башлыса ҡалалағы берәҙәк эттәрҙе юҡ итеү менән шөғөлләнә. Хайуандарҙы үлтереүҙә лә уларҙың үҙ алымы. Быны догхантерҙар хатта социаль селтәрҙәрҙә лә яҙырға тартынмай. Ә инде Земфира Ғәлләмованың эшен хайуандарҙы яҡлаусы ирекмәндәр дауам итәсәк. Дүрт аяҡлы дуҫтарын йәберләүгә юл ҡуймай, уларға изгелек итеүсе ханым иртәгә ерләнә. Ҡатындың еткән ике улы ҡалды.
Азат Ғәлиуллин

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика