«Үҙең менән ҡәһүә»

«Үҙең менән ҡәһүә» 21.07.2014

Баш ҡалабыҙҙың Салауат Юлаев майҙанында ял итеүселәрҙе яңы ғына әҙерләнгән кофе менән һыйлаусы ирекмәнгә тап булырға мөмкин.

Влад Юлыев был эшкә ике йыл уйланып йөрөгәндән һуң тотонған. Тәүге тәьҫораттар ҡәһүә әҙерләүсене лә, халыҡты ла ҡәнәғәтләндерерлек. Хуш еҫле, тәмле эсемлектән күптәр баш тартмай. Бер сынаяҡ ҡәһүә өсөн хаҡты һыйланыусылар үҙҙәре билдәләй. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡәһүә эсеү мәҙәниәте беҙҙең илдә киң таралмаған. Кофе алыусылар эсемлектең хаҡын күпмегә баһалайҙар, шунса түләй йәки бөтөнләй түләмәй. Һөҙөмтәлә бер кем дә үпкәләштә түгел. Сәйханаларҙа кеүек эсемлектең сифатына ҡарап, артыҡ йәки аҙыраҡ түләнем тип, аптырашта ҡалыусылар юҡ. Ҡәһүә тәҡдим иткән автомашина эргәһенән кеше өҙөлмәй. Эсемлекте әҙерләгәндә егет һәр кемдең теләген иҫәпкә ала. Урамда ҡәһүә тәҡдим итеү йолаһы Рәсәйгә Европанан килә. Һуңғы йылдарҙа ул Рәсәй ҡалаларында киң тарала бара. Дмитрий Кудинов, Мәскәү ҡунағы: «Идея бик шәп, мин мәҫәлән, иретелгән кофе бик яратам. Бындай хуш еҫле, тәмле эсемлек менән ял итеүе лә күңелле».

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика