Ә бына Өфөнөң «Ҡашҡаҙан» паркында ял итеүселәр электр энергияһы менән бушлай файҙалана ала

Ә бына Өфөнөң «Ҡашҡаҙан» паркында ял итеүселәр электр энергияһы менән бушлай файҙалана ала 20.06.2015

Сөнки бында ҡояш коллекторҙары ярҙамында ҡеүәт туплап, телефон, планшеттарға заряд биреүсе ҡоролма ҡуйылған.

Берәүҙәр йәйге томранан ҡотолоу өсөн һыу инә, икенселәр сағыу ҡояш аҫтында ҡыҙына. Нурҙарын йәләмәйсә, көлтәләп һибеүсе  ҡояштың ҡеүәтен кемдер үтә лә файҙалы ҡуллана, хатта уның ярҙамында,тап  ял итеүсе ҡала халҡына уңайлыҡтар ҙа тыуҙыра.
Өфөнөң «Ҡашҡаҙан» паркында ҡояш коллекторҙары ярҙамында ҡеүәт туплап, телефон, планшеттарға заряд биреүсе ҡоролма ҡуйылған. Хоҙай бушлай биргән мөмкинлектәр: ел, ер энергияһы һәм, әлбиттә, ҡояшты файҙалана белергә тейешбеҙ тигән фекерҙе алға һөрөп бына инде бер-нисә йыл Рәфис Һабаншин яңы уңайлыҡтар тыуҙыра. Электр энергияһына хаҡ артыуға зарланыуҙы туҡтатып, альтернатив мөмкинлектәр барлығын аңлатыу өсөн был ҡорамалды ул бушлай урынлаштырған. Киләсәктә баш ҡалабыҙҙың халыҡ күпләп йөрөгән башҡа урындарында ла ошондай шарттар тыуҙырырға пландар ҡора.
«Ҡашҡаҙан» паркында ҡояш коллекторҙарын урынлаштырыуға ни бары аҙна-ун көн ваҡыт үткән. Үкенес, бер-нисә төр телефон, айфон һәм планшеттар өсөн ҡуйылған заряд алыу яйламаларының бишәүһен өҙөп тә алып киткәндәр.
Ҡояш энергияһы - Ер шарындағы тереклекте тәьмин иткән иң төп сығанаҡтарҙың береһе. Көн битендә йылыныу һәм ҡояшта ҡыҙыныу менән генә сикләнмәй, күк яҡтыһының көсөн көнкүреш  уңайлыҡтар өсөн файҙаланып өйрәнергә кәрәк. Ҡарашты үҙгәрткәндә, елде лә эшкә егергә мөмкин тигәнде Рәфис Һабаншин шәхси йорто миҫалында дәлилләй.
Баҡтиһәң, Башҡортостан Рәсәйҙең иң ҡояшлы төбәктәренең береһе икән. Беҙҙә йылына уртаса 287 көн ҡояшлы тип иҫәпләп сығарылған. Шулай булғас, ниңә уның энегияһын ҡулланмаҫҡа? Яйлап булһа ла ошоно аңлау һәм ҡояшҡа ҡарата йөҙ менән боролоу күренеше бар. Өфө-Инйәр трассаһының иң хәүефле боролошо - Елмерҙәк тауын яҡтыртыу өсөн ҡояш батареялары ҡуйылды. Яҡын киләсәктә Өфөлә йәмәғәт транспорты туҡталыштарын  төнгөлөккә яҡтыртыу өсөн дә ошондай ҡоролмалар ҡуйыласаҡ.
Зөлфиә Рәхмәтуллина

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку