Әҙәбиәт, сәнғәт һәм архитектура өлкәһендәге Шәйхзада Бабич исемендәге республика дәүләт йәштәр премияһына быйыл 12 ижадсы дәғүә итә

Әҙәбиәт, сәнғәт һәм архитектура өлкәһендәге Шәйхзада Бабич исемендәге республика дәүләт йәштәр премияһына быйыл 12 ижадсы дәғүә итә 25.08.2015

Өмөтлө, алдынғы ҡарашлы йәштәр конкурста ҡатнашырға теләк белдергән 27 кандидат араһынан һайлап алынған. Исемлектә «Тамыр» балалар һәм үҫмерҙәр телеканалы режиссеры Ләйсән Мәзитова менән Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығы ҡарамағындағы Мәҙәни ҡомартҡыларҙы һаҡлау һәм файҙаланыу буйынса ғилми-етештереү үҙәге архитекторы Рөстәм Әлибаев та бар.

Ҡыҙыу эш ваҡыты. Тура эфир студияһында «Тау-тау хәбәр» программаһы. Тапшырыу режиссер Ләйсән Мәзитованың  күҙәтеүе аҫтында бара. Эшенә яуаплы ҡараған коллегабыҙ эфирҙың сифаты өсөн яуап бирә. Ярты сәғәтлек программа «Һә» тигәнсе үтеп китһә лә, эш тамамланды тип әйтеп булмай. Артабан режиссер, продюсерлыҡҡа күсә. Сиратта «Сулпылар» проекты.
Аҡыллым, үҫкәндәрем, ҡояшым...  Был Ләйсән Мәзитованың яратып ҡулланған һүҙҙәре. «Тамыр» балалар һәм үҫмерҙәр телеканалы режиссеры, продюсеры ғына түгел, ул тамашасыларға шулай уҡ, «Бауырһаҡ» тапшырыуы алып барыусыһы булараҡ та яҡшы таныш. Бынан тыш, Ләйсән Мәзитова үҙен оҫта фильм авторы итеп тә танытты. Ижадсы «Герой балалар» менән «Һуҡмаҡһыҙ юлсы» исемле документаль әҫәрҙәре менән Шәйхзада Бабич исемендәге республика дәүләт йәштәр премияһына дәғүә итеүгә йөрьәт итте
Ә был Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығы ҡарамағындағы Мәҙәни ҡомартҡыларҙы һаҡлау һәм файҙаланыу буйынса ғилми-етештереү үҙәге архитекторы Рөстәм Әлибаевтың хеҙмәте. Ул баш ҡаланың мәҙәни ҡомартҡылар исемлегенә ингән, йә боронғо биналарҙы тергеҙеү менән шөғөлләнә. Уның тырышлығы менән тиҫтәләп объект яңы йөҙ алған. Ул ғына ла түгел, йәш белгес әле лә даими эҙләнеү, яңы табыш һәм асыштар өҫтөндә. Уның артабанғы маҡсаттарының береһе - Бөрйән районында донъялағы иң ҙур солоҡ һәм «Шүлгәнташ»  тарихи-мәҙәни ҡурсаулыҡ музейҙарын төҙөү.
Проект тиҙҙән яҡлауға сығарылмаҡсы. Видеояҙма ла, буласаҡ комплекс макеты ла әҙер.
Ниәт - башҡорт халҡының данлы үткәнен, бороңғо шөғөлөн тотош донъяға еткереү. Әгәр инде проект тормошҡа ашһа, «Шүлгәнташ» тәбиғәт ҡурсаулығы әлеге 35 мең урынына, 350 меңләп кешене йәлеп итеүе ихтимал, ти ул. Ике өлкә белгесе. Береһе архитектура, икенсеһе сәнғәт донъяһы вәкиле. Өмөтлө лә, ышаныслы ла белгес икәнлеген улар лайыҡлы эштәре, ижад емештәре менән иҫбатлай. Рухи көс, тырыш хеҙмәт ярҙамында...
Азат Ғәлиуллин

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку