Ҡыйыҡ аҫтындағы ҡырын эш

Ҡыйыҡ аҫтындағы ҡырын эш 24.10.2017

Ҡыйыҡ аҫтындағы ҡырын эш, йәки Өфөлә профнастил, металл черепицаһы вәғәҙәләп халыҡтан аҡса йыйған Вәғиз Йосоповтың енәйәт эше бөгөн Юғары судта тағы ҡаралды. Билдәле булыуынса, рәшәткә артына ултырған кеше суд ҡарары менән килешмәй апелляцияға биргән.  Дүрт-биш йыл дауамында алтмыштан ашыу кеше унан  аҡсаһын кире  ҡайтара алмай.

Йорт төҙөргә тип  ғүмер буйы  тинләп йыйған аҡсаның бер өлөшөнән елдәр иҫкән. Ҡыйыҡ ябыу өсөн 30 мең һум түләгән ханым аҡсаһыҙ ҙа, материалһыҙ ҙа ҡалған. Бөгөн  судҡа килеүселәр  "Авито" сайтындағы  иғландан күреп профнастил һатып алырға заказ биргән. Күбеһен материалды бушлай килтереү шарты йәлеп иткән. Әммә бушлай сыр ҡапҡанда ғына. "Арғымаҡ" этно-төркөмө етәксеһе лә өс йыл элек ошо тоҙаҡҡа эләккән.

Мәғлүмәттәргә ҡарағанда, тап ошондай юл менән коммерсант алтмыштан ашыу кешене алдаған. Профнастил һатыу- һатып алыу тураһында килешеү төҙөлә, хаҡ түләнә, әммә, материал юҡ. Вәғиз Йосопов уны Ҡырмыҫҡалы районында урынлашҡан заводтан  бөгөн булмаһа иртәгә килтерәсәктәре тураһында вәғәҙәләй, әммә бөтәһе лә һүҙҙә генә ҡала. Йосоповтан зыян күреүселәр араһында пенсионерҙар, инвалидтар бар.

Ғәйепләнеүсегә суд ҡарары сығарылған, ул сираттағы ултырышта  онлайн рәүештә ҡатнаша. Ул өс йыл да өс айға иректән мәхрүм ителеүе менән риза булмай апелляцияға биргән. Енәйәтсе иреккә сығырға һәм зыян күреүселәргә аҡсаларын ҡайтарырға уйлай. Бөгөнгө  ултырышта  яза мөҙҙәте өс айға ҡыҫҡартылды.

Ғәйепләнеүсенең үҙенә ҡарата енәйәт эшен асыуҙа булышлыҡ  итеүе әлбиттә, сәйер тойола. Шуға ҡарамаҫтан, киләсәктә уның  алданыусыларҙың аҡсаһын ҡайтарасағына  ысынлап та ышанғы килә.  

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку