Йылдың тәүге айында ғына республикала 400-гә яҡын янғын теркәлгән

Йылдың тәүге айында ғына республикала 400-гә яҡын янғын теркәлгән 02.02.2018

Күңелһеҙ статистика Башҡортостан Хөкүмәтендә үткән ғәҙәттән тыш хәлдәр комиссияһы  ултырышында иғлан ителде. Ут сығыу һөҙөмтәһендә 26 кешенең ғүмере өҙөлгән. Был уҙған йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырғанда, 20 процентҡа күберәк.

Бәхетһеҙ осраҡтарҙың сәбәбен белгестәр күп осраҡта электр сымындағы ҡыҫҡа ялғаныш, йылытыу ҡоролмаларын дөрөҫ ҡулланмау, шулай уҡ тәмәке тартҡанда ут менән һаҡһыҙ эш итеүгә бәйләй.  Фажиғәләрҙе иҫкәртеү маҡсатында республикала 1 февралдән «Бергәләп янғынға ҡаршы» акцияһы башланды. Бынан тыш, йыл аҙағына тиклем республикала янғынды иҫкәртеүсе 50 мең прибор урынлаштырыу ҡарала. Махсус тауышлы бындай ҡоролмаларҙы быйыл балалары тыуған барлыҡ ғаиләләр ҙә аласаҡ.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку