Йыл һайын ноябрҙең өсөнсө йәкшәмбеһендә юл-транспорт фажиғәләре ҡорбандарын иҫкә алыу көнө билдәләнә

Йыл һайын ноябрҙең өсөнсө йәкшәмбеһендә юл-транспорт фажиғәләре ҡорбандарын иҫкә алыу көнө билдәләнә 22.11.2016

Был дата  Бөйөк Британиялағы юл-транспорт фажиғәләре ҡорбандарына ярҙам итеүсе хәйриә фонды тарафынан 1993 йылда булдырылған.

Хәтер көнө юлда һәләк булыусыларҙың йылдан-йыл артыуына иғтибарҙы йүнәлтергә һәм уйланырға мәжбүр итә. Йыл һайын аварияла 1 миллион 300 мең самаһы кешенең ғүмере өҙөлә. Юл фажиғәләре ҡорбандарын Иглин районында урынлашҡан 2-се мәктәп уҡыусылары ла иҫкә алды. Фажиғәгә тарыусылар хаҡында төшөрөлгән фильм залға йыйылыусыларҙың барыһын да уйланырға, ирекһеҙҙән күҙ йәштәрен түгергә мәжбүр итте. Ә инде инспекторҙар тағы ла бер тапҡыр ҡағиҙәләрҙе теүәл үтәмәү ниндәй ҡурҡыныс эҙемтәләргә килтереүе тураһында иҫкәртте.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика